У вас вопросы?
У нас ответы:) SamZan.net

вперед арт~а Фельетон Урра ~ гел~н арт~а ~~м арт~а ldquo;Конституцияrdquo; намлы Ва~ыт Кен~г~бе~ д~~ер

Работа добавлена на сайт samzan.net:

Поможем написать учебную работу

Если у вас возникли сложности с курсовой, контрольной, дипломной, рефератом, отчетом по практике, научно-исследовательской и любой другой работой - мы готовы помочь.

Предоплата всего

от 25%

Подписываем

договор

Выберите тип работы:

Скидка 25% при заказе до 27.12.2024

Вперед-вперед артҡа!

(Фельетон)

Урра! – гелән артҡа һәм артҡа!

“Конституция” намлы Ваҡыт Кенәгәбеҙ дәүерҙәр һаны мөһөрләнгән йәнле-йәмле биттәрен һаман артҡа ғына табан аҡтарып, бит артынан биттәрҙе “клочок бумаги” (Ленин) рәүешендә аяуһыҙ йыртып ташлап, бөгөнгө “100” баллы биттән балһыҙ кәрәҙле “0” биткә -- бабаларҙың таш быуат мәмерйәһенә юҫыҡландырта, “Төп Ҡанун” тип тә аталмыштың төбө тамам бүҫерелеп, ғәрип-герб шәүләләнмеш ҡыҫыр ҡатырға тышлығы ғына ҡала, ә эстәлек урынында хәстәлек – “всегда за!” депутаттар һауаланып ҡул саба… Көнө-төнө ябырылмыш сәйәси “секс” көслөгөнән тамам алйып бәлйерәгән “электорат” – тәпәй-тәпәй һаман артҡа һәм артҡа… Әйтерһең, мең йыл ара артта ҡалған  изге сексуаль хоҙайыбыҙ бәндәләрен үҙенә тарта ла тарта…

Йәмәғәт, хөрмәтле электорат! Ҡоролтайҙың алҡыштары йәшкәҙеткән күҙҙәребеҙҙе бер асып ҡарайыҡсы: алдыбыҙҙа бынан мең йыл элекке сексуаль хоҙай йәмғебеҙҙе ҡосоп алмаҡсы лаһа!... Оялмайыҡ, күҙенә тура ҡарайыҡ: “секс” тигән сәмле кәлимәне телебеҙҙә кәлйемәләп йоторға өйрәндек тәһә!

Оялғандар ойоҡһоһон ояла, ә беҙ инде баяғы хоҙайлы шөйлә артҡы донъяла! Унынсы быуат башында уҡ шанлы Болғар дәүләтенә килеп еткән мәғрифәтле ғәрәп Ибн Фаҙлан башҡорт кешеһенең муйынына ағастан юнып эшләнгән шул изге хоҙай ӘКӘЛӘБАШ (фаллос) ишараты тағып йөрөүен һәм уға ихлас табыныуын бәйән ҡылып ҡалдырған, һис оялып тормаған. Ә был изге исем үҙе ниҙән хасил һәм ни мәғәнәгә эйә, тип төпсөнөүселәр арала моронлаһа, ҡабилиәтле фил-филологтарыбыҙ оялмай ғына табып бирер яуабын. Баҡтиһәң, һөрһөп бөткән ҡушма һүҙебеҙ “ӘКӘЛӘБАС/АҠАЛАБАШ” – Аҡ-ала-баш, тигән өс һүҙ ҡушылмаһы, йәғни ирҙең

тән дарманынан ҡатын дарманына биреү (бәреү) өсөн АҠ (түл-сперма) алыусы баш (бас) – ирҙең енеси ағзаһы (фаллос) икән. Тап шул ҡушма һүҙҙән урыҫ, үзбәк, башҡорт телдәрендәге “баш” – бөгөн һәммә башлыларыбыҙ “голова”ға тиңләргә тырышып баш ватҡан мөҡәддәс һүҙ ыраған; быға инаныу өсөн, өҫтә килтерелгән схеманың 1-се буйында номерланмыш һәр “ҡаптырма”эсендәге өн-хәрефтәрен уҡыйыҡ:

1. Әкәлә -- башҡорттоң хәҙерге Үҫәргән йәнле телендәге фаллос-баш. Ир кәүҙәһендәге был теремек ағза борон – “главный” һәм изге баш, тереклек сығанағы һаналған да дәрәжәһе бөтәһенән өҫтөнөрәк ҡуйылған (шуға күрә ишаратын муйынсаҡлап таҡҡандар). Ислам дине кергәс кенә ул әрләү һүҙенә әүерелгән.

2. Кәлә/кәллә -- хәҙерге үзбәк телендә “баш” тигән һүҙ.

3. Кәләба/голова – хәҙерге урыҫ телендә “баш” тигән һүҙ.

4. Бас/баш – хәҙерге дөйөм башҡорт телендәге “баш”.

Тел үҫешенең нәүбәттәге заманында (схемалағы 2-се буй), тип фаразлай оло фил башлы филологтар, әҙәм балаһына “аҡыл” керәме, сығамы башлауы ла һиҙелә:

1. Әкәл – бер ҡараштан күренеп тора бында Ағыл/Аҡыл. (Ағылыусы матдә түл-сперма “Аҡыл”ға әүерелде).

2. Әбас – асығауыҙланып йылмая Ауыҙ/Абыз. (“Матдә”не ағылдырыусы фаллос-баштың “Ауыҙ”ы, көтмәгәндә, “Аҡыл” ағылдырыусы “Абыз”ға, йәғни башҡорттоң “баш”лы аҡыл эйәһенә әүерелде).

“Оятһыҙ” үҫәргән бабаларҙың ӘКӘЛӘБАС/ӘКӘЛӘБАШ тигән ошо изге хоҙай исеме башҡорттоң Ҡатай һөйләшендә шуның теүәл мәғәнәүи варианты ҠОТАҠАБАС/ҠОТАҠБАШ тигән ҡушма һүҙ рәүешендә гел ҡулланылған, мәғәнәһе лә шул уҡ:

ҠОТАҠАБАШ – Ҡот-аҡа-баш, тигән айырым өс һүҙ ҡушылдығынан хасил, мәғәнәһе лә шул уҡ: ирҙең тән дарманынан ҡатын дарманына биреү (бәреү) өсөн ҠОТ (түл-сперма) ағылдырыусы изге һәм аҡыллы баш (фаллос). Изге хоҙай исемен белдергән был бик мөҡәддәс һүҙ ҙә, баяғыса, ислам дине кергәс кенә әрләү һүҙенә әүерелә. Әйткәндәй, “хоҙай” һүҙенең яһалышы ла: Ҡотаҡ – Хоҙаҡ – Хоҙай, ти бит олпат фил башлы филолог-уҙамандар.

Ниһәйәт, иҫке-моҫҡо замандарҙан арынып, артҡа табан дөрөп барышыбыҙҙың бөгөнгөһөнә күсәбеҙ. Дөрөҫөн әйтеү фарыз: сексҡа бәйле (кәрәкмәгән!) ошо ылғый лығырҙауҙар – ҡоролтайҙа тонйораған бөгөнгө сәйәсәткә, сәйәсәттән аҙыҡланыусы арҙаҡлыларыбыҙға һыу-һауа кеүек кәрәклеген тояйыҡсы, йәмәғәт! Төрлө кимәлдәге “главарь”ҙарыбыҙ ныҡышмалы үткәргән ҡырҡыу мәнфәғәткә ифрат ярашлы бит ул! Әйтәйек, һөйөклө ватаныбыҙ Рәсәй Федерацияһының “Өфө регионы” (оҙаҡламай ул тап шулай аталыр ҙа!) “ҡоролтай”ы ҡурсаҡтары1 (йәғни “за һәр саҡ!”тары) әлегәсә ҡалтыр-ҡолтор йәшәп килгән “Республика Президенты”н йыртып ташланған “клочок”та ҡалдырып, беҙҙең кеүек ябай халыҡ-һарыҡтарҙың иң мөхтәрәм көтөүсеһенә ныҡ абруйлы “глава региона/регион башлығы” тигән, әммә “секс” хоҙайы күҙлегенән бигүк етлегеп етмәгән ғибрәт-намды беҙҙең менән ҡуша тарих арбаһына һалып ебәрмәкселәр, афарин! Миңә ҡалһа, шул тарихи “процес”ты тиҙләтеү һәм етлектереү йәһәтенән, “глава”ның әүәлге теүәл эквивалентын биреү мөҙҙәте етте.

Ҡәҙерле депутаттар! “Президент” тигән тегәнәк-исем етерлек ҡырҙы күҙҙәрҙе, “Башҡортостан Республикаһы” тигән оторо шырау ҙа зерә ялҡытты бәғерҙәрҙе. Ҡоролтайыбыҙға шөкөр: беҙҙең хәлде тойомлап, ҡотҡоло шул дәүләтселлек билдәләрен “тихим сапом” (ауыртыуын һиҙҙертмәй генә) быуаттың шыма эҫкәге менән һурып алып быуып ташламаҡсылар, тигән олуғ оранды ишеттем дә үҙемә лә иш иттем, рәхмәт төшкөрҙәре! Зымырҙатҡыс яңылыҡтан иҫәнгерәп татлы мәреткә китәсәгем ихтималлығын тегәнәкһеҙ күҙҙәрем менән шәйләп, ошоғаса тоноп торған томана башым аҡыллы фекер бирҙе (бәрҙе) аҡылһыҙ мөхитемә: “регион” һүҙен урынында ҡалдырып, “глава”мы, түгелме тип баш ваттыртҡан көтөүселек вазифаһын мут замандар терминынса “ӘКӘЛӘБАШ”, йәки “ҠОТАҠБАШ” (икеһе лә изге хоҙай исеме!) итеп рәсмиләштерһәк, ғәзиз бабалар мәмерйәһендә ойоп ятыр тәңгәлебеҙгә һалам түшәп янтайыу булыр ине, йәмәғәтел-йәмәғәт! Ул саҡта беҙ һарыҡ-электорат та, мәмерйәләш христиан туғандар ғөрөфөнән бер иле лә ҡалышмай, муйындарыбыҙға “главный көтөүсе”нең сексуаль-изге ишаратын баулап тағып йөрөр инек, кинәнеп! Сөнки ҡыҙыу аҙымдар менән “республика”нан “рис бублигы” әтмәләргә юҫыҡланып, Донъя Ҡуласаһын ылғый кирегә -- “демократия” һәм “республика” һүҙҙәренән азат Ибн Фаҙлан осоронамы, әллә мәмерйә дәүеренәме, боропмо-бороп дыу-килешәбеҙ, буғай…

27.12.2013.

1 Ҡурсаҡ – борон төркиҙәрҙә тол ҡалған ҡатын өйөнөң мөйөшөнә мәрхүм иренең һынын (“ҡурсаҡ”) яһап ултыртҡан, шул ҡурсаҡ йортто бәлә-ҡазанан ҡурсалай тип ышанғандар.

PAGE  3




1. Городское хозяйство современного города
2. Задание 1 Вопрос- Запишите число- ___________________________ Задание 2 Вопрос- Запишите число- ________
3. ОДИН ДЕНЬ В ИЗРАИЛЕ Декабрь 2013 года Мы когда были в Израиле то я подружилась с одной девочкой
4. Новгородский Государственный Университет имени Ярослава Мудрого Кафедра Радиофизика и электроника
5. Выбери среди приведенных соединений молекулу адреналина
6. Майкл Фарадей
7. Где он ~ парень сжал плечи девушки в своих сильных руках ну же Отвечай злость уже давно поселилась в этом.html
8. судді Хотянової В
9. Icom Немецкий ИнтернетМагазин LMOD 1000 Брендов Одежды и Обуви Скидки 70 Доставка за наш счет
10. июльноябрь 1942 год ~ оборона Сталинграда; 2 9 ноября 1942 года ~ 2 февраля 1943 года ~ контрнаступление советских
11. другому сенсоры являются элементами многих систем автоматики с их помощью получают информацию о параметр
12. Учебник по Html для чайников.
13. Сплав это- 1.Смесь металла с органическими примесями; 2.html
14. Виникнення і розвиток вчення про владу.
15. Глаг
16. тема состоит из нескольких взаимосвязанных подсистем- организационная организация совместной деяте
17. техническая продукция т
18. ТЕМА- Автоматизация звука З развитие валентности слов и совершенствование функций словоизменения
19. Лекция 6 06
20. Модуль- Мой объект Образовательные блоки- Общая информация об аэропорту и его использовании на Играх;