Будь умным!


У вас вопросы?
У нас ответы:) SamZan.net

тема~ы м~кт~пт~р~~ Федераль Д~~л~т м~~ариф стандарттары м~кт~пк~с~ й~шт~ге балалар ~с~н Федераль Д~~л~т т

Работа добавлена на сайт samzan.net:


Бөгөн уҡытыу-тәрбиә системаһы мәктәптәрҙә  Федераль Дәүләт мәғариф стандарттары, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн Федераль Дәүләт талаптарына ярашлы алып барыла. Баланы мәктәпкә әҙерләү  һис кем әсән  яңылыҡ индереү түгел, ләкин был мәсьәлә фекер алышыр проблема кимәленә ҡуйылып, “балалар баҡсаһы – мәктәп” күсәгилешлелегендә уртаҡ маҡсатты тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тоторға тейештер. Мәғариф системаһын модернизациялау был проблеманың актуаллеген күрһәтте. Был, бигерәк тә, мәктәпкәсә, башланғыс, дөйөм урта белем биреү системаһында программалар, фәнни-методик ҡулланмаларҙың күсәгилешлеген хәл итеүҙән киләлер. Ниндәй генә яңылыҡтар уҡытыу-тәрбиә эшендә булмаһын, “балалар баҡсаһы – мәктәп” торошо уртаҡ бер маҡсатты хәл итеүҙе күҙ уңында тоторға тейеш: тормошта үҙ урынын табыр, үҙаллы, маҡсатлы шәхес тәрбиәләү. Был осраҡта мин бер нәмәгә иғтибарҙы йәлеп итәм; ШӘХЕС тәрбиәләү, һәм ниндәйҙер бер категория буйынса түгел, ә ҡул аҫтындағы тәрбиәләнеүселәрҙең барыһы менән дә.

Ауыл балаһы ҡала балалары кимәле өсөн әҙерләнгән уҡытыу прграммаһында белем ала – Федераль Дәүләт стандарттары шуны талап итә. Тимәк, балалар баҡсаһында ла ошо уҡ хәл. Беҙгә юғарынан ниндәй генә күрһәтмәләр килмәһен, башланғыс мәктәп ориентирҙы уҡытып-яҙырға өйрәтеүгә, һанап-иҫәпләй белеүгә тота. Ябай һүҙҙәр менән аңлатҡанда ошолар. Балалар баҡсаһынан сыҡҡан уҡыусы элементар әйберҙәр: исем-фамилияһын, тыуған көнө датаһын, ата-әсәһен, йәшәгән йорт-урамын белергә тейештер. Был осраҡта мин тағы баяғы әйткәнгә иғтибарҙы йәлеп итәм: бөтә балалар ҙа. Ошо күренеш  тәрбиәсе-уҡытыусыларҙың төп хатаһы булып тора ла инде. Стандарт  һүҙе үҙе үк шул норманы алып сығырға тейеш тигәнде аңлата. Бының өсөн педагог, бүленгән занятие ваҡыты етмәһә, өҫтәлмә шөғөлләнергә тейеш.  Хәҙерге ваҡытта индивидуаль занятиелар үткәреү өсөн баҡсала ла, мәктәптә лә аудитория ла, мөмкинлектәр ҙә етәһе. Уҡытыу-тәрбиә эшендә ҙур сифатҡа өлгәшеү төркөмдө, класты дөрөҫ ойоштороуҙан тора. Баҡсала – балаларҙың посещениеһы. Балалар һаны теүәл булмайынса, нисек занятиены үткәреп була? Ә бит 1 сентябрҙән башлап, сәбәпле-сәбәпһеҙ ҡалдырыусылар бихисап. Мин үҙемә килә торған класс әҙерлек  төркөмөндә уҡый башланы икән, һәр береһен контролдә тоторға тырышам. Ә бит ошо мәктәпкәсә төркөм уҡытыусыһы тулы составты йыйырға тейеш. Сәбәпһеҙ килмәй ҡалыусыға мәктәп каникулдарын, карантин, йоғошло ауырыу менән ятыусыларҙы, ремонтҡа ябыуҙы ҡушып, суммаһын сығарығыҙ әле – ниндәй һан килеп сығыр. Тимәк, посещение беренсе.

Икенсе күренеш. 4 йыл элек 18 бала ҡабул иттем, 5 –һе һаҡау, быйыл 9 бала – 4-һе һаҡау. 4 йыл элек ҡабул иткәндең 5- һе лә 1 класс аҙағында, май аҙағы, июнь башында телмәр деффектын бөтөрҙө. Хәҙер бит логопедтар күп, ата-әсәйҙәрҙе йүгертер кәрәк. Директор булып эшләгәндә һәр кластан телмәр деффектлы балаларҙы йыйып алып, Бөрйәндән Айһылыу апайҙы саҡырта торғайным. Бала өндө дөрөҫ әйтмәй икән, ул телмәрҙән был өндө айыра алмай. Ә өн анализы бит һеҙҙә төп талаптарҙың береһе. Был, икенсе.

Ҡул суғы эшмәкәрлеге. Мотлаҡ бер нисә бала ручка түгел, тупты ла тота алмай. Моторика үҫтереүгә иғтибар аҙ. Дәфтәр битенә яҙҙырыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Иғтибарҙы йүнәлтер өсөнсө күренеш ошо.

Медико-педагогик комиссия ҡайһы бер балалар менән өҫтәлмә шөғөлләнеүҙе һәм комиссияға ҡабаттан ҡуйыуҙы тәҡдим итә. Ошо эш тә теүәл үтәлмәй.  Дәрестә өлгәшмәгән уҡыусыны икенсе сменаға саҡырабыҙ, шәмбе көнө шөғөлләнәбеҙ. Балалар баҡсаһында эшләп еткерелмәгәнде беҙ шулай “ҡыуабыҙ”. 9 баланың икәүһе миндә бөгөнгө көндән шулай шөғөлләнә. Был 4-сенән.

Мәктәптә лә, баҡсала ла бер ҡараш йәшәй: быныһы ауыр бала, быныһы шундай (7,8,9 вид). Мин ата-әсәләргә лә, коллегаларға ла ошо һүҙҙе әйтергә яратам: уҡый алмаҫлыҡ бала юҡ. Ялҡау ата-әсәләр һәм эшен еренә еткермәгән уҡытыусылар ғына бар. Балалар барыһы ла һәләтле. Ошо һәләтте ваҡытында күрә белергә һәм үҫтерергә генә кәрәк.

(Октябрь айында балалар баҡсаһы тәрбиәселәре алдындағы докладтан өҙөк)




1. Национальная инновационная система как ключевой элемент развития экономики России
2. Острый живот симптомы помощь причины
3. Курсовая работа- Інституційне право Європейського Союзу
4. Флора и фауна ЯНАО
5. РЕФЕРАТ дисертації на здобуття наукового ступеня кандидата філологічних наук К
6. Реферат- Черемуха обыкновенная
7. РЕФЕРАТ дисертації на здобуття наукового ступеня кандидата економічних наук Хар
8. Маркетинг услуг
9. 85 КУпАП Порушення правил використання об~єктів тваринного світу частина пе
10. Легкое дыхание выразил тревожную мысль о судьбе человека.html
11. греч. ~~ ок
12. ХАРАКТЕРИСТИКА ПРОЦЕССА ГАСТРУЛЯЦИИ По мере созревания бластулы ее деятельность направляется на подго
13. Белорусский государственный университет информатики и радиоэлектроники Кафедра иностранных
14. ТЕМАЛЕ Франсиско Виллигран де Леон Франсиско Виллигран де Леон Frncisco Villgrn de Leon был заместителем министра
15. Шаги КэйллинКапля ползет по витражному стеклу окрашиваясь в разные цвета и пропадает дойдя до рамы
16. Успехи любой организации зависят от того с какой результативностью работают ее сотрудники
17. Повна відмова держави від своїх зобов~язань Б Бюджетна установа ~ цеВ
18.  8 недель. В течение этого времени в организме женщины проходят почти все изменения возникшие в связи с бе
19. то из нас сделает попытку определить что такое сознание то он неминуемо столкнется с непреодолимой труднос
20. Музичне виховання молодших школярів засобами мультимедійних технологій