Будь умным!


У вас вопросы?
У нас ответы:) SamZan.net

Юл~а сы~ып Салауаттан Ст~рлене ~т~бе~

Работа добавлена на сайт samzan.net:


Ғафуригә  бараһыңмы?

Ғафуригә  бараһыңмы?

Мин  ҡайтам  теләк  менән!

Юл  буйы  һөйләп  барырмын,

Тыңла  иғтибар  менән.

Юлға  сығып  Салауаттан,

Стәрлене  үтәбеҙ.

Элеккеләй , урап  түгел,

Тура  юлдан  китәбеҙ.

Торатау  тора  сәләмләп,

Хәйерле  юлдар  теләп.

Һаҡлау , яҡлау  тауыбыҙҙы –

Барыбыҙҙа  бер  теләк.

Ҡуштау  ана , күккә  ашып

Йәм  бирә  тирә – яҡҡа.

Юлсыларҙы  ҡаршы  алып

Оҙатып  ҡала  һәр  саҡта.

Һаҫыҡ  күлгә  етмәҫ  элек

Беҙҙең  район  башлана.

Барған  һайын  таныш  ерҙәр

Күҙгә  үтә  ташлана.

Аҡкүлгә  барып  тормайбыҙ,

Китәбеҙ  уңға  табан.

Балыҡсылар  барһын  әйҙә,

Тоторға  күлдә  табан.

Ағиҙел  аша  үтәбеҙ,

Яңы  күперҙәр  хәҙер.

Йонсоп  паром  төшөрмәйҙәр,

Ташҡын  булһа – юл  әҙер.

Тирә – яҡта  ҡуйы  урман,

Баҫыуҙар  ҙа  етерлек.

Юл  буйы  ҡарап  һоҡланып

Барына  иҫ  китерлек.

Урман  үтеп , килеп  сыҡтыҡ

Ҡалҡыулыҡтың  үренә.

Бар  тирә – яҡ  ус  төбөндәй,

Әллә  ҡайҙар  күренә.

Уң  яҡта  ята  Усолка,

Районыбыҙ  үҙәге.

Һөйләп  кенә  бөтөп  булмаҫ,

Һин  бер  барып  күр  әле.

Һул  яҡҡа  беҙҙең  юлыбыҙ,

Уң  ҡулда  урман – таулыҡ.

Һулда  –  Родина  ауылы,

Үҫтерә  ҡаҙҙар , тауыҡ.

Йыраҡтан  ялтлап  күренә

Табындың  аҡ  сиркәүе.

Күп  үҙгәрештәр  индергән

Хөкүмәттең  теркәүе.

Элек  консерва  заводы

Дан  ҡаҙанған  эш  менән.

Күп  йәшелсәләр  үҫтергәс,

Эше  лә  булған  гелән.

« Сельхозтехника»  киңәйеп

Йәштәр  шунда  ағылды.

Ғаиләләр – яңы  өйҙәр,

Яңы  урам  асылды.

Аҡ  тирмәне  эшләй  һаман,

Электән  үк  ҡоролоп.

Үтеп  киттек  Табынды  ла,

Уңға  табан  боролоп.

Павловканың  һыртын  үтеп,

Ҡалҡыулыҡҡа  етәбеҙ.

Ике  яҡта  урманлы  тау,

Асфальт  юлдан  үтәбеҙ.

Элек  ошо  юл  араһын

Үтеүе  михнәт  булған.

Юл  аҙабы – гүр  ғазабы –

Зарланып  юлсы  туйған.

Юлсы  тәҡәтен  ҡоротоп,

Тултырып  ҡарҙар  һалған.

Батҡаҡта  арба  ватылып,

Тәгәрмәс  ятып  ҡалған.

Ошо  ерҙән  үткән  саҡта,

Инәй  һөйләмәй  ҡалмай,

Юл  эшендә  эшләүҙәрен

Һаман  онота  алмай.

Носилкалар  менән  ташып

Таш – ҡомдан  ҡулдар  талған.

Ҡот  осҡос  хәбәр  баҙатып,

Оло  ҡайғыға  һалған.

Һуғыш  хәбәрен  еткергән,

Һыбайлы  сабып  килеп.

Халыҡ  илашып  таралған,

Афәт  килгәнен  белеп.

Күп  йәштәр  һуғыш  ҡырына

Тәүге  көндәрҙән  киткән.

Көрәк  урынына  мылтыҡ

Тоторға  тура  килгән…

Ошо  юл  буйында  атай

Ағастар  ултыртышты.

Ғүмер  үткән  –  үҫкән  инде

Хәҙер  ҡарағай , шыршы.

Күңелгә  яҡын  был  юлдар,

Инәй  көсөн  һалғанға.

Атай  ултыртҡан  шыршылар

Мираҫ  кеүек  ҡалғанға.

Төҙөгән  юлдар  ҙа  илтмәй

Инәйемде  йәш  саҡҡа.

Атай  ултыртҡан  ағастар

Гүйә  торалар  һаҡта…

Березовка  үтеп  китеп,

Бурлыға  ла  етәбеҙ.

Ҡунаҡбайға  һулға  табан,

Ә  беҙ  уңға   китәбеҙ.

Заманында  дандар  алды,

« Ленинизм»  колхозы.

Мәскәү , ВДНХ , съезд –

Лайыҡ  булды  ул – ҡыҙы.

Әле  лә  матур  йәшәйҙәр,

Өйҙәр  һалалар  йәпләп.

Ул  магазин , ул  мәктәбе,

Мәсете  тора  йәмләп.

Бурлыны  үтеп  китеүгә,

Самышҡа  күп  тә  ҡалмай.

Яңы  мәктәп  тә  астылар,

Тормоштан  артта  ҡалмай.

Ерек  ауылына  етәр

Туҡтап  бензин  һалайыҡ.

Яңы  заправка  асыуға,

Рәхмәтле  бик  күп  халыҡ.

Тура  барһаҡ  күрер  инек,

Ҙур  шәхестең  ауылын.

Шул  төбәктә  урынлашҡан

Күпме  ауыл  барлығын.

Үтеп  киттек  Еректе  лә,

Юлды  уңға  алабыҙ.

Юлдан  тура  киткәндәргә

Уңыш  теләп  ҡалабыҙ.

Урманға  килеп  еткәс  тә,

Бер – аҙ  туҡтап  алайыҡ.

Һул  яҡтағы  таҡтаташты

Барып  уҡып  ҡарайыҡ.

‹Башҡортостан  картаһында

Ошо  урман  төбәге,

Нөктә  менән  билдәләнгән –

Географик  үҙәге.›

Арыраҡ  ике  таш  ята

Баҫыуҙың  уртаһында.

Борондан  уҡ  хәбәр  ҡалған

Изге  таш  тураһында.

Имеш , ошо  ике  ташты

Бер  юлы  тота  алһаң,

Ҡабул  ҡыла  бар  теләкте

Изге  таш , хәйер  һалһаң.

Күктән  төшкән , тип  һөйләйҙәр,

Әллә  килтергән  ташҡын?

Ғәжәп  хәл  шул , ҙур  яланда

Ятыуы  ике  таштың…

Ошо  Ерек  урманында  

Элек  ҡасҡындар  ятҡан.

Хәҙер  һоҡланып  үтәбеҙ,

Теҙелеп  шыршы  баҫҡан.

Алда  Йөҙимән  ауылы –

Дүрт  йыл  йөрөп  уҡыныҡ.

Өс  ауылдың  ғорурлығы –  

Мәктәп  хәҙер  ун  йыллыҡ.

Ысынлап  та , ҡалҡыу  ерҙә

Урынлашҡан  Имәнлек.

Ошо  хаҡта  белгәнемде

Һөйләп  китәм  иң  элек.

Борон – борон  замандамы,

Әүлиә  бабай  булған.

Әйтә  алмайым , белмәгәс,

Иҫән  саҡта  ни  ҡылған.

Әүлиә  бабай  ятҡанға

Ошо  ерҙәр  ҡалҡҡан , ти.

Тирә – яҡтан  өҫтөн  булып,

Бейек  булып  ҡалған , ти.

Тапаһаҡ  та  мәктәп  юлын

Көн  һайын  бер  үк  ерҙән,

Ҡурҡа  инек  зыяраттан,

Шомло  ошо  хәбәрҙән.

Ҡәберендә  серек  бура

Ҙүр  булып  ята  ине.

Күп  йыллаған  ағасы  ла

Мөһабәт , йыуан  ине…

Эйе , ошо  бейек  ерҙән

Бар  тирә – яҡ  күренә.

Белорет  яғында  ятҡан

Теҙелгән  тау  үре  лә.

Әйҙә , ары  бармайынса,

Туҡтап  тороп  һөйләйем.

Бар  тәбиғәт  күҙ  алдында –

Булмағанды  теҙмәйем.

Элекке  юл  уҙа  ине  

Шул  зыярат  яғынан.

Аҡтарып  ташлап  Бүләкте,

Юл  һалдылар  яңынан.

Беҙҙең  ауыл  ситтә  ҡалды,

Юлды  тура  һалғанға.

Уҫмандан  һуң  Некрасовка,

Артта  ҡала  барғанда.

Татыу  тормош  менән  йәшәй

Ғүмер  баҡый  Ҡарағай.

Урыҫ , башҡорт  аралашҡан,

Милләтенә  ҡарамай.

Йыраҡ  түгел , һул  яҡ  эстә,

Мәндем  ауылы  ята.

Мәндем  йылғаһына  килеп,

Күптәр  һыу  инеп  ҡайта.

Ана , Мағаш  тауы  ята,

Төнъяҡҡа  күҙ  ташлаһаң.

Тирә – яғында  ауылдар

Бик  күп , һөйләй  башлаһаң.

Оло  Тайыш , Аҡташ , Һабай,

Ана , тау  битләүендә.

Тайыш , Юлыҡ , Ҡауарҙы  ла

Тәбиғәт  биләүендә.  

Аҡташ  тауы  һөҙәк , текә,

Ап – аҡ  булып  күренә.

Эй , сибәр  ҡыҙ!  Ниҙәр  уйлап,

Күтәрелдең  үренә?

Бер  ҡыҙ  тураһында  һүҙем –

Һикергән  шул  Аҡташтан.

Күрәһең - һөйөү  ҡорбаны –

Хисе  аҡылдан  ашҡан…

Аҫта  Еҙем  гөрләп  аға,

Һыуы  үтә  күренә.  

Юрмаш  буйы  хозурлығы

Тартып  тора  үҙенә.

Ҡояшты  алдан  сәләмләй,

Уҡлыҡая  түбәһе.

Мәмерйәгә  менер  өсөн

Күп  көс  һалаһы  әле!

Мәмерйә  аша , үтәнән

Атлап  йөрөрлөк  булған.

(Ололарҙың  һөйләүенсә)

Тик  ишелеп  таш  тулған.

Мәмерйәнән  атышҡандар,

Замана  бола  саҡта.

Табылған  күп  уҡ  остары

Һөйләйҙәр  ошо  хаҡта.

Салауат  Юлаев  менән

Бәйле , тиеп  һөйләйҙәр.

Бар  тәбиғәт  шаһит  та  бит,

Һөйләй  генә  белмәйҙәр.

Аҫта - Ташаҫты  ауылы,

Нисек  таш  килеп  төшмәй!

Күтәрелеп  бер  ҡараһаң,

Кәпәсең  ҡалмаҫ – төшмәй!

Бына  ҡайҙа  йыйған  барын

Тәбиғәттең  ҡосағы!

Хозурлыҡтан  күҙ  ҡамаша,

Килә  барып  ҡосаһы.

Юл  юҡ  Имәндәштән  ары,

Уралып  ята  таулыҡ.

Һауаһы  дауа  һаулыҡҡа,

Бөркә  урманы  сафлыҡ.

Еҙем  буйлап  өҫкә  таба

Киндерле  мәмерйәһе.

Уға  барып  етер  өсөн

Һуҡмаҡ  буйлап  үтәһе.

Ағым  көслө , шәп  сағында  

Һал  ҡыуғандар  Еҙемдән.

Атайым  да  һал  оҙатып,

Ҡайта  ине  Әүжәндән…

Ҡаранйылға , Сәитбаба  

Тауҙарҙың  итәгендә.

Туғай , Әлтәшле , Биҙәүләт

Һыйынған  төйәгенә.

Ҡоштар  ғына  иңләп  оса

Ҡатлам - ҡатлам  тауҙарҙы.

Күп  йәнлектәр  төйәк  иткән

Үткеһеҙ  урмандарҙы.

Талпар  ауылы  төпкөлдә

Йәшәүҙе  иҫбат  итә.

Унар  саҡрым  алыҫлыҡҡа

Тик  арба  юлы  илтә.

…Тауҙар  аша  Туҡанғаса

Күп  йөрөгәндәр  атлап.

Ҡыш  булһа  сана  һөйрәтеп

Йәйен  күнәк  артмаҡлап.

Инәйем  дә  барып  ҡайтҡан  

Белоретҡа , бал  һатып.

Ҡайтҡанда  Туҡанға  тиклем

Вагонда  өшөп – ҡатып…

Шулай  тарта  тыуған  яҡтар,

Үткәндәр  һағышлатып…

Тәъҫораттар  баштан  аша,

Көлдөрөп , йә  илатып…

Төпкөл  булһа  ла  беҙҙең  яҡ,

Гүзәллеге  ни  тора!

Күргең , белгең  килгәндәрҙе,

Тартынма , әйҙә , һора!

Күп  ауылдар  атамаһы

Тәбиғәттән  алынған.

Рәхәтләнеп  теҙеп  китәм,

Гүйә  көйгә  һалынған:

Аҡкүл , Березовка , Ерек,

Имәнлек , Аҡташ , Туғай.

Ташлы , Ташаҫты , Имәндәш,

Еҙемҡаран , Ҡарағай.

Ҡаранйылға , Игенйылға,

Яңғыҙҡайын , Ташбүкән.

Урал  , Игенселәр , Ҡарлы,

Ҡыҙыл – Яр һәм  Йөҙимән.

Бына  шулай  Ғафуриҙә

Бар  нәмәгә  бай  төйәк.

Булғандың  ҡәҙерен  белеп

Булһын  йәшәргә  теләк.

Күп  һүҙ , юҡ  һүҙ  тиһәләр  ҙә,

Әйтер  һүҙҙәр  күп  әле.

Аҫыл  төйәк  аҫылдарын

Һөйләп  үтермен  әле!




1. Тема 1- Структура современной экологии Тема 2- Основные экологические понятия и термины Тема 3- Учение В
2. РЕФЕРАТ дисертації на здобуття наукового ступеня кандидата психологічних наук
3.  Необходимое и возможное Необходимость может быть понята по крайней мере двояко- А Положение вещей нео
4. защиты- основ конституционного строя; нравственности; здоровья; прав и законных интересов других лиц; о
5. Государственное и муниципальное управление Зав
6.  Планирование помогает включиться в работу с первого дня пребывания в ВУЗе установить определенный порядок
7. Українську громаду
8. Курсовая работа- Зеркальные антенны
9. Байкал - Мекка 20 века
10. Оперативно-производственное планирование
11. Розчини їх класифікація і характеристика
12. Дубай
13. Оценка напряженно-деформированного состояния массива пород
14. Гамлетовский комплекс лирического героя поэзии А Блока
15. Синтетикалы~ каучуктер ~ндірісі ~ м~най химиясыны~ басты саласы Синтетикалы~ каучуктер СК ~нерк~сібі ~
16. Пеппи длинный чулок Книга подготовлена сообществом Книжный клуб https---vk.
17. Рекламная деятельность санаторно-курортного продукта
18. Своеобразием архитектурными контрастами основных и подсобных строений эти ансамбли формировали целые ква
19. Факторы способствующие формированию гендерных стереотипов
20. Нормативная база бухгалтерского учета