Поможем написать учебную работу
Если у вас возникли сложности с курсовой, контрольной, дипломной, рефератом, отчетом по практике, научно-исследовательской и любой другой работой - мы готовы помочь.
Если у вас возникли сложности с курсовой, контрольной, дипломной, рефератом, отчетом по практике, научно-исследовательской и любой другой работой - мы готовы помочь.
55. Ун д9ртенсе быуат т2рки-6ыпса6 дастандары. Хар1зми, Саран, :1тиб 141р81ре.
Урта быуаттарҙа Көнсығыш халыҡтарҙың байтағының әҙәби-культура тарихына характерлы булған бер үҙенсәлек бар. Ул ауыҙ-тел әҙәбиәте, халыҡ сәнғәте рәүешендәге дала культураһы менән яҙма культураның йәнәш һәм аралаш йәшәү законсалығы. Был процесс төрлө халыҡтарҙың айырым дәүерҙәрҙәге социаль-политик хәле һәм йәшәү шарттары менән туранан-тура бәйле. Башҡорт әҙәбиәтенең Алтын Урҙа һәм аҙағыраҡ бүтән ханлыҡтар осорондағы, ғөмүмән, урта быуаттарҙағы йырау һәм сәсәндәр ижады, ауыҙ-тел һүҙ сәнғәте менән бәйле ҡеүәтле тармағы ана шул дала культураһы күренеше. Ул культураның халыҡ музыкаһы, этнографияһы, биҙәү, ағас-таш һәнәре сәнғәте тармаҡтары бар.
XIIIXVI быуаттарҙа болғар, ҡыпсаҡ, нуғай осорҙарында, күсмә йәки ярым күсмә тормош кисергән башҡорт ырыуҙарының, ултыраҡлы тормош менән йәшәгән ҡатламдарының ҡалалар менән бәйләнеше, яҙма культура менән күпмелер танышлығы уларҙы ҡала мәҙәниәтенә лә ылыҡтыра барған, исламдың далаға ла үтеп инеүе яҙмасылыҡты, яҙма әҙәби башланғыстарҙы көсәйткән. Борон болғар дәүләте сфераһында йәшәгән, болғар ҡалалары менән аралашҡан, Биләр һ. б. ҡалаларҙа ғүмер һөргән башҡорт ырыу-ҡатламдарының ҡала сәнғәте һәм яҙма әҙәбиәтенә туранан-тура мөнәсәбәтен хасил иткән.
Татар-монгол яуҙары ваҡытында бик күп ҡалалар, культура үҙәктәре, тарихи ҡомартҡылар ҡыйратылһа ла, Алтын Урҙа дәүләте экономик, политик яҡтан яйлап нығына башлағас, һарай Бәркә, һарай Бату, һуңыраҡ һа-райсыҡ кеүек яңы ҡалалар барлыҡҡа килгәс, XIV быуатта ҡала культураһының яңынан тернәкләнеүенә, сәнғәт һәм яҙма әҙәбиәттең мәғлүм кимәлдә үҫешенә юл асылған. Волга буйындағы үҙәк ҡалаларҙа ғалимдар, яҙыусылар йәшәгән, Алтын Урҙаның Хорезм, Әзербайжан, Ҡырым ише алыҫ төбәктәренән был ҡалаларға байтаҡ ғалимдар, әҙиптәр, һәнәр эйәләре күсеп килгән йә килтерелгән. Фән, сәнғәт, әҙәбиәт йәйләнеп киткән.
XIVXVI быуаттарҙағы ҡәбер таш яҙыуҙарының ҡай бер өлгөләре Башҡортостан территорияһында табылыуҙа-ры ла шул заман эпиграфик ҡомартҡылар булыуы менән ҡиммәтле4. Был осорҙарҙа ҡыпсаҡтарҙың Урал буйына, Башҡортостанға күпләп миграцияһы, байтаҡ башҡорт ырыуҙарының ҡыпсаҡлашыуы, уларҙың дала сәнғәтенең таш һын, балбалдар һәм ағас статуяларының күпмелер ерләшеүен дә таныта 5.
Ҡыпсаҡ ҡомартҡыларынан атаҡлы «Кодекус кумани-кус» («Ҡоман йыйынтығы») әҫәренең, ҡыпсаҡса төрлө һүҙлектәрҙең (әрмән-ҡыпсаҡ һүҙлеге, «Тәржемәи төрки вә ғәрәби», «Китабе билөғәтел мөштаҡ фил-лөғәте-төрк вә әл-ҡыпчаҡ», «Китабе идрәк лисанел-әтрәк», русса-ҡыпсаҡса һүҙлек «Толкование языка половецкого») башҡорт теленә һәм яҙма культураһына туранан-тура мөнәсәбәте бар.
Иртыштан Днепрғаса, Болғар ерҙәренән Харәзмғаса Европаның киң көнсығышы менән Азияның Себер, Каспий буйҙары территорияларын иңләп ятҡан Алтын Урҙа дәүләте, ҡыпсаҡ батшалығы әлкәләрендә йәшәгән бик күп ерле халыҡтарҙың, нигеҙендә төрки ырыу-ҡәбиләләренең, уртаҡ культураһы, әҙәбиәте барлыҡҡа килә. Уны Волга, Урал буйҙарында, Хәрәзмда, Ҡырымда йәшәгән йәки шул төбәктәрҙән сыҡҡан әҙиптәр, шағирҙар тыуҙыра. Иҫке төрки әҙәби телдең ерле һөйләштәге ҡыпсаҡ тел элементтары менән ҡушылған ҡатнаш төрки әҙәби теле формалаша. Академик В. В. Бартольдтан алып бөгөнгө совет тел белгестәренән Ә. И. Нәжиб, Н. А. Баскаковтарға тиклем был төрки телде Алтын Урҙа составына ингән үзбәк, татар, башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ һ. б. төрки халыҡтарының уртаҡ әҙәби теле итеп иҫәпләйҙәр.
Шул телдә XIV быуатта Алтын Урҙаның төрлө әлкәләрендә Котбиҙың «Хөсрәү вә Ширин» (1342), Харәзмиҙең «Мөхәббәтнамә» (1358), Хөсәм Кәтибтең «Жэмжөмә солтан» (1370), Сәйф Сарайҙың «Гөлстан бит төрки» (1391) кеүек атаҡлы дастандары ижад ителгән. Алтын Урҙа осоронда тыуған ошо дастандарҙы, бүтән төрки әҙәби ҡомартҡыларҙы совет ғалимдары күп кенә төрки халыҡтарының уртаҡ әҙәби мираҫы тип ҡарайҙар, «һис шикһеҙ, был культура, был әҙәбиәт шул заманда Алтын Урҙа дәүләтендә йәшәгән бик күп төрлө халыҡтар, төрки ҡәбиләләр тырышлығы менән барлыҡҡа килгән, тип яҙҙы Ә. Н. Нәжиб.
Ҡотби, Харәзми, Кәтиб, Сарай авторлығындағы дастандар УралВолга буйы төрки әҙәбиәтендә тыуған дастансылыҡ традицияларының йылдам үҫешен һәм яңы баҫҡысҡа күтәрелешен раҫлайҙар. Уларҙа башҡорт фольклор һәм яҙма эпик традицияларының дөйөм төрки әҙәби традициялары менән үрелешен дә күҙәтергә мөмкин.
ҠОТБ. «ХӨСРӘҮ ВӘ ШИРИН»
Ҡотбтың «Хөсрәү вә Ширин» поэмаһы урта быуаттарҙа дастансылыҡ традицияларын уңышлы дауам иткән һәм күп кенә төрки халыҡтары өсөн уртаҡ әҙәби ҡомартҡы булып әүерелгән поэтик әҫәрҙәрҙең иң күләмлеһе. Ҡотб мираҫы, ғалимдар билдәләүенсә, Алтын Урҙа составына ингән халыҡтарҙан нуғай, башҡорт, үзбәк, төркмән, ҡаҙаҡ һәм ҡарағалпаҡтарҙың әҙәбиәттәре тарихында ла күренекле урын ала
Ҡотб псевдонимы менән йөрөгән был автор үҙ заманының уҡымышлы кешеһе булған; ғәрәп, фарсы һәм төрки телдәрен, әҙәбиәттәрен яҡшы белгән. Ул авторҙың тормош юлы хаҡында, үҙ поэмаһындағы ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙән башҡа, әллә ни билдәле түгел.
Ҡотб йәшәгән заманда Алтын Урҙа дәүләте Аҡ Урҙа (башҡалаһы^һарай) һәм Күк Урҙа (башҡалаһы Сығнаҡ) тигән көнбайыш һәм көнсығыш ҙур әлкәләрҙән торған. «Хөсрәү вә Ширин» поэмаһы Аҡ Урҙа менән идара итеүсе Тенибәк ханға һәм уның ҡатыны Мәликәгә арнап яҙылған. Тенибәктең ханлыҡ итеүе 13371340 йылдарға тура ки-леүенән ҡарағанда, әҫәр ошо осорҙа яҙылып тамамланған булырға тейеш 2.
«Хөсрәү вә Ширин» поэмаһының ханға бағышланған төп нөсхәһе һаҡланмаған. Уның 1383 йылда Бәркә Фә-ҡиһ тигән ҡыпсаҡ кешеһе тарафынан күсерелгән бер күсермәһе генә хәҙергәсә һаҡланып ҡалған. Алтын Урҙанан Египеткә барып сыҡҡан был ҡулъяҙма аҙаҡ Францияның Милли китапханаһына килеп юлыҡҡан.
1913 йылдан алып, йәғни әҫәрҙең әлеге китапханала табылыуы хаҡында фәнни матбуғатта хәбәр ителгәндән һуң, Көнсығыш әҙәбиәте менән шөғөлләнеүсе донъя ғалимдары уның менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлайҙар. Ҡотб һәм уның мәшһүр дастаны тураһындағы тәүге фекерҙәр 2030-сы йылдарҙа Ф. Купрелезадә, А. Самойлович, Бер-тельс мәҡәләләрендә әйтелә; 4050 йылдарҙа А. Таһир-жанов, А. Зайончковскийҙар уға махсус хеҙмәттәр бағышлайҙар; һуңғы йылдарҙа был әҫәргә ҡарата үзбәк, татар, башҡорт һ. б. төрки телле халыҡтар әҙәбиәте ғилемендә ҡыҙыҡһыныу артты. Варшавала, Ташкентта дастандың баҫмалары сыҡты3.
Ҡотбтың «Хөсрәү вә Ширин»е таныш традицион сюжетҡа ҡоролған. Көнсығышта был сюжет борондан уҡ билдәле4. 590628 йылдарҙа Иранда шах булып торған Хөсрәү II Пәрвиз һәм уның ҡатыны Ширин хаҡында IX быуатта уҡ риүәйәттәр тыуа башлаған. Ҡотб әҫәрҙәге хәл-ваҡиғаларҙы Алтын Урҙа дәүләте ерлегенә күсереп, урындағы тормош-көнкүреш шарттары фонында һүрәтләй: Дөйөм алғанда, поэманың сюжет эҙмә-эҙлеге Низами поэмаһы менән тап килһә лә, Ҡотб уның айырым урындарын үҙенән өҫтәп йәки ҡайһы бер урындарын бер ни тиклем ҡыҫҡартып, йыйнаҡлап, үҙ заманы, үҙ ерлеге өсөн ярашлы әҫәр итергә тырышҡан. Ул үҙенең ижади маҡсатына яраҡлаштырып, әҫәрҙең структураһын да үҙгәртеңкерәй. Низами версияһындағы ҡыпсаҡ ерлеге өсөн аңлайышһыҙ, ауыр һәм оҙонға һуҙылған урындарҙы ҡыҫҡартып, ябай, ыҡсым юлдарға өйләндерә. Ә инде үтә шартлы, ҡыҫҡа итеп әйтелгән айырыуса әһәмиәтле фекерҙәрҙе киңәйтеп, тулыраҡ аңлатып бирә. Фарсы телендәге поэма 7000 бәйеттән (йәғни ике юллыҡтан) торһа, Ҡотб әҫәре иһә 1111 ижекле 4700 бәйеттән ғибәрәт. Улар 90 бүлекте тәшкил итә.
Поэманың төп ҡаһарманы Хөсрәү һомрузтигән шаһтың улы. Шаһ ғәҙеллек яҡлы кеше була, Хөсрәүҙе лә шулай тәрбиәләргә ынтыла. Уны күпте күргән, ҙур ғилемле Бозорг Өмид исемле аҡыл эйәһенә тәрбиәгә бирә. Уҡытыусыһы үҫмер Хөсрәүҙең яңылышлыҡтарына, йәшлек хаталарына бик талапсан ҡарай. Бер көндө һунарға сыҡҡанда ҡылған тәртипһеҙлектәре әсән атаһы Хөсрәүҙе язаға тарттыра, уның хеҙмәтсеһенең, ҡумыҙсыһының ғәйептәрен дә буш ҡалдырмай. Хөсрәү ҡаты борсолоуҙар кисергәндән һуң ғәфү үтенә. Ошондай тәрбиә бушҡа китмәй, егет изгелекте һәм яманлыҡты айыра белер, ғилемле кеше булып үҫә. Көндәрҙең береһендә Шавур тигән дуҫы Хөсрәүгә Ширин исемле иҫ киткес матур ҡыҙ менән уның Шәбдиз тигән һоҡланғыс аты барлығы тураһында әйтә. Был хәбәр Хөсрәүҙең күргән төшөнә лә тап килә: төшөндә уға олатаһы Науширван, матур йәр табырһың, Шәбдиз исемле атың, һәләтле йыраусың булыр, ә үҙең тәхеткә ултырырһың, ти. Егеттең тыныслығы юғала, ул Шавурға Ширин-де эҙләп табырға ҡуша. Хөсрәүҙең дуҫы Нуһистан тигән илгә килеп, Ширинде таба. Ширин туғайҙа ҡыҙҙар менән күңел асып йөрөгән саҡта, Шабур Хөсрәүҙең портретын төшөрөп, уларҙың күҙенә салынырлыҡ урында ҡалдыра. Ҡыҙҙар күреп, егеттең матурлығына хайран ҡалалар. Өс көн шулай ҡабатлана. Ширин портрет аша Хөсрәүгә ғашиҡ була. Шул саҡта инде Шавур үҙе күренә. Ширинде Шәбдизгә атланырға ла Хөсрәү янына барырға өгөтләй. Нуһистанда батшалыҡ иткән Мөһин Баныу исемле апаһынан һунарға сығырға рөхсәт һораған булып, Ширин юлға сыға. Тәүлектәр буйы барғандан һуң, йыуынырға туҡтаған мәлдә, ул һыу буйында алыҫтан ғына Хөсрәүҙе күрә. Егеттең, Ширинде эҙләп, Нуһистанға йүнәлгән сағы икән. Ләкин улар бер-береһен танымайҙар. Хөсрәү үҙе булмағас, уның тыуған яғында Мадаин исемле ҡалала Ширинде һалҡын ҡабул итәләр. Тауҙар араһындағы бер урынға һарай һалдырып, шунда урынлаштыралар. Хөсрәү иһә Шириндең тыуған яғына килә. Шавур уға хәлде һөйләп бирә лә, шаһзаданың ҡушыуы буйынса, үҙе Мадаин-ға кире ҡайтып, Ширинде ҡабат тыуған яғына ебәрә. Ләкин ҡыҙға Хөсрәү менән был юлы ла осрашырға насип булмай: тап ошо ваҡытта шаһзадә атаһының үлгәнен ишетә һәм үҙенең һарайына ҡайтып, тәхеткә ултыра. Атаһы кеүек үк ғәҙеллек менән идара итеп ятҡан ваҡытта, уға дошмандары ялған бәлә тағып, фетнә менән тәхеттән бәреп төшөргәс кенә, ул ҡабат Нуһистанға килеп, Ширинде күреү бәхетенә ирешә. Бер-береһен яратышалар. Тик Шириндең үтә намыҫлылығы һәм үҙен тыйнаҡ тотоуы Хөсрәүгә оҡшап етмәй. Ярһыған мәлдәренең береһендә ул Шәбдизға атланып, Рум иленең батшаһы Кәйсәр янына сабып килә. Уның Мәрйәм исемле ҡыҙына әйләнә; өҫтәүенә батшанан ғәскәр һорап, үҙ иленә ҡайта һәм юғалған тәхетен яулап ала. Шулай ҙа Хөсрәү яҙмышынан ҡәнәғәт түгел. Ширинде һағына. Ширин дә был ваҡытта үлеп киткән апаһы Мөһин Байыуҙың урынына тәхеткә ултыра.
Уның ғәҙел идара итеүенән халыҡ бик ҡәнәғәт булһа ла, ҡыҙҙың ғазаплы күңелен тәхет кенә ҡыҙыҡһындыра алмай. Бер йылдан һуң, Хөсрәүҙе күреү өмөтө менән уның тыуған яғына барып, үҙенең тауҙарҙағы әлеге һарайына туҡтай. Был ер мал-тыуар йөрөй торған болонлоҡтан бик алыҫ була, ә Ширин һәр ваҡыт һөт менән туҡланырға ярата. Уның һарайына һөт ағыҙыр өсөн канал яһап биргән Фәрхәд исемле баһадир кәүҙәле ташсы егет ҡыҙға үлеп ғашиҡ була. Фәрхәдтең ҡайнар һөйөүе хаҡында һүҙ тирә-яҡҡа тарала. Ул хәбәр Хөсрәүгә лә килеп ишетелә. Хөсрәү ташсы егетте үҙенең янына саҡыртып, Шириндән баш тартһын өсөн күп байлыҡ вәғәҙә итә, әммә Фәрхәд уларға әйләнеп тә ҡарамай. Хөсрәү менән Фәрхәдтең һөйөү хаҡында алып барған диалогы поэманың иң көслө урындарының береһе. Фәрхәдтең Ширингә булған мөхәббәте Хөсрәүҙе таңға ҡалдыра. Уның рухы көсөнән ҡурҡып, Хөсрәү был егеттән ҡотолоу яғын ҡарай. Ул әҙәм көсө етмәҫлек шарт ҡуя: Бисутун тигән ҡаялы тауҙы ярып, юл һалырға ҡуша һәм был эш үтәлгән хәлдә үҙе Шириндән баш тартырға вәғәҙә итә сөнки уны Фәрхәд башҡарып сыға алмаясаҡ, йәне сығып үләсәк, тип өмөтләнә. Фәрхәдтең эшен ҡарарға тирә-яҡтан йыйылған кешеләр менән Ширин дә килә. Быны ишетеп, Хөсрәү ҡурҡыуға төшә. Етмәһә, Фәрхәд үҙ эшенең осона сығырға яҡынлаша. Уға «Ширин үлде» тигән ялған хәбәр еткертеп, Хөсрәү ҙур мәкерлек эшләй: Фәрхәд был хәбәргә ышана һәм, һағышын күтәрә алмай, үҙен-үҙе үлтерә. Шаһҡа Ширин менән ҡушылыуға тулы шарттар асыла. Ул Шириндең «Бөтә ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тулыһынса һаҡлап өйләнешергә», тигән тәҡдименә асыуланып, ҡыҙыулыҡ менән тағы ла хата яһай йәнә бер ҡыҙға өйләнә. Ә үҙенең күңеле һаман Ширинде юҡһына. Хөсрәү тауҙарҙағы һарай янына килә, тик Ширин уны индермәй. Ҡөсрәү киткәс, ҡыҙ үҙе лә ғазаплана. Ахырҙа, түҙеме бөтөп, шаһтың һунарҙағы сатыры янына килеп, Шавур һәм ике ҡумыҙсы ярҙамында Хөсрәү менән осраша. Ниһәйәт, бер нисә көндән ике ғашиҡ өйләнешеп, донъя көтә башлай. Хөсрәүҙең ғәҙел батшалыҡ итеүендә Шириндең роле ғәйәт ҙур була. Ләкин уларҙың оло ғазаптар һәм хаталар аша яулап алған бәхетенә Хөсрәүҙең Мәрйәмдән тыуған Шеруя исемле улы сик ҡуя. Атаһының Ширин менән ҡала ситенә китеп йәшәп тороуынан файҙаланып, ул тәхетте ҡулына эләктерә һәм Хөсрәүҙе бығауларға ҡуша. Аҙаҡ уны үлтерттерә. Атаһынан ҡотолғас, Шеруя Ширинде үҙенә кейәүгә сығырға димләй башлай. Ширин риза булған ҡиәфәт менән Хөсрәүҙе хөрмәтләп ерләргә әҙерләттерә лә аҙаҡҡы мәлдә, үҙенең күкрәгенә хәнйәр ҡаҙап, мәңгелек һөйгәненең кәүҙәһе алдында йән бирә.
Әҫәрҙә Низами менән туранан-тура килешкән урындар үҙгәрешһеҙ ҡалған, ә бәхәсле мәсьәләләр, үҙ ерлегенә һәм заманына яраҡлы яңы уй-фекерҙәр, проблемалар үҙенсә бирелгән. Бының өсөн автор Алтын Урҙа дәүләтенә хас әхләки талаптарға, ғөрөф-ғәҙәттәргә, көнкүреш мәсьәләләренә, төрки халыҡтарының тормошон сағылдырыусы деталдәргә мөрәжәғәт итә. Уларҙың күбеһе урта быуаттарҙағы башҡорттар тормошо өсөн дә уртаҡ. Ҡотб үҙ геройының төрки сығышлы икәнен ике-өс урында әйтеп китә. Юғары даирәләрҙең титулдары УралВолга буйы ерлегенә яҡын исемдәр менән алмаштырылған баһадирҙәр, бәктәр, байҙар һ. б. Тәхет һарайҙары урынына йыш ҡына күсмә төрки халыҡтар торлағы тирмәләр, сатырҙар ҡуллана. Аш-һыу мәжлесе, һауыт-һаба, ашамлыҡ исемдәре, персонаждарҙың кейем-һалымы тотошлай урындағыға яраҡлаштырылған. Кавказ аръяғында йәшәгән ҡырағай ҡоштар һәм кейектәр (арыҫландар, ҡапландар, шакалдар), йорт хайуандары урынына Урта Азия, Волга буйы, Урал йәнлектәре (бүре, төлкө, ҡуян, аҡҡош, өйрәк, ҡаҙ, бөркөт һ. б.) осрай. Ҡотб дастанының персонаждары кейек ауларға һунар ҡоштары менән сыға. Шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, «Хөсрәү вә Ширин»дәге ҡатын-ҡыҙҙар кеүек үк, һыбай бик оҫта йөрөгәндәр, йыш ҡына ирҙәр менән һунарға барғандар, бәйгеләрҙә сапҡандар, улар менән ярышып, алдынғылыҡты яулағандар. Әҫәрҙәге мал менән урындан-урынға күсенеү, мәйет күмеү һ. б. эштәргә, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡағылышлы деталдәр ҙә бөтә төрки халыҡтарының, шул иҫәптән башҡорттарҙың, уртаҡ тормош-көнкүрешенсә, ғөрөф-ғәҙәтенсә.
Дастандың фарсы версияһында ҡуҙғатылған төп проблемалар менән Ҡотб, нигеҙҙә, килешә һәм уларҙы үҙ йөрәге аша үткәреп, яңынан күтәрә. Әҫәрҙең үҙәгендә мөхәббәт темаһы. Ошо мәңгелек тема тирәһенә бүтән проблемалар берләштерелгән. Кешелеклелек, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ мәсьәләләре, хеҙмәтте һәм һөнәрлелекте маҡтау, хакимдарҙы ғәҙел идара итергә саҡырыу һәм авторҙың тағы ла байтаҡ әхләҡи һәм фәлсәфәүи ҡараштары, гуманистик принциптары ошо мөхәббәт фонында асып һалына.
Әҫәрҙең башы арнау өлөшө үк Ҡотбтың кешелеклелек, шәфҡәтлелек принциптары бер баҫҡысҡа юғарыраҡ булырға тейешлеген вәғәз итә.
Поэманы ул Тенибәк хандың үҙенә генә түгел, уның ҡатынына ла адреслай. Ҡатын-ҡыҙҙы шулай хөрмәтләп, ирҙәргә тиң күреп ҡарау әҫәрҙең башынан аҙағына тиклем ҡыҙыл еп булып һуҙылып үтә:
Ҡотб ҡатын-ҡыҙҙың ғына түгел, ғөмүмән кешенең кешелек дәрәжәһе тураһында һүҙ алып бара. Бер-беренә изгелекле мөнәсәбәттә булырға, яҡындарыңды, ата-әсәңде хөрмәт итергә саҡырғанда, эскегә һәм енси тотанаҡһыҙ-лыҡҡа ҡаршы сығырға өндәгәндә лә, Ҡотб беренсе сиратта шул кешелеклелек сифаттарының сафлығы яғында тороп сығыш яһай.
Әхләҡ мәсьәләләре хаҡында һүҙ йөрөткәндә, автор айырым персонаждарҙы ғына түгел, тотош йәмғиәтте күҙ уңында тотоп, халыҡтың дөйөм мәғрифәтен, уның намыҫын уйлап эш итә. Ул намыҫлы эште, белемгә ынтылышты, кешелелекте ни тиклем хуплаһа, эскелек, мәкерлек, яманлыҡ кеүек күренештәрҙе шунса хурлай, кире ҡаға.
. «МӨХӘББӘТНАМӘ»
Был поэма 1353 йылда Харәзми ҡушаматлы автор тарафынан Сырдаръя йылғаһы буйында яҙылған. Авторҙың тыуған һәм үлгән йылдары билдәле түгел. Уның биографияһына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе фәҡәт үҙенең әҫәренән генә табырға мөмкин. Әҫәрҙең аҙағындараҡ «Ҡитға» тип исемләнгән бәйеттәрҙә Харәзми үҙенең йәшәү рәүеше, ижади принциптары тураһында асыҡ һәм аңлайышлы итеп әйтеп бирә. Ул ҡомһоҙлоҡто, ике йөҙлөлөктө яратмай, ижад рухын алтын һарайҙар ҡиммәтенән, солтандар бөйөклөгөнән өҫтөн ҡуя. Хандарҙы данлау иҫәбенә байлыҡ тупларға дәғүә итмәй, киреһенсә, үҙен әҙ менән ҡәнәғәтләнеүселәр донъяһының батшаһы тип һанай, хаҡимдар алдында ғорурлығын юғалтмай:
Нечә хәшәмәтли солтан болса болсун, Етман мал үчүн мәдхо сәна мин '.
Әҫәрҙең «Хикәйәт» өлөшөндә ^автор үҙенең сәйәхәт ҡылып, Яҡын Көнсығыш илдәренә барып сығыуы һәм гиҙеүҙән ҡәнәғәтлек алыуы тураһында яҙа. Аҡ Урҙала Сырдаръя буйында Мөхәммәтхужа тигән бәк менән таныша һәм уға арнап дастан яҙырға була.;
Харәзми уҡымышлылығы яғынан Ҡотбтан бер ҙә ҡалышмаған, шиғри әҫәрҙәрҙе үҙе камил белгән ике телдә төркиҙә һәм фарсыла ижад иткән. Уның исеме үҙ дәүерендә тирә-яҡҡа билдәле булған. Шул уҡ дастандан күренеүенсә, Мөхәммәтхужа бәк Харәзмиҙе, «Мөхәббәт нәрдины ғ:үпләрдин уттуң, Шәкәр тик тел белә ғәләмне тоттоң», тип баһалай һәм «безнең тел берлә» йәғни, төрки теле менәнүҙенә арнап китап яҙыуын үтенә.
Мөхәммәтхужа тарихи шәхес. Ул 13421357 йылдарҙа Алтын Урҙала хан булып торған Иәнебәктең яҡын ҡәрҙәше; үҙе 30-сы йылдарҙа Азовта әмир булған1; ә 1357 1359 йылдарҙа, Е. Бертельс яҙыуынса, Мәскәүгә кенәз Иванға илсе булып килгән2. Мөхәммәтхужа Харәзм әлкәһендә идаралыҡ та иткән3. Харәзмиҙең «Мөхәббәтнамәһе» ошо кешегә бағышланған.
Мөхәббәтнамә» йөкмәткеһе менән XIV быуат төрки дастандарынан бер аҙ айырылыбыраҡ тора; ул эпик сюжетҡа түгел, ә ^авторҙың күңел кисерештәренә ҡоролған, Харәзми үҙ әҫәренең структураһын алдан уҡ күҙ алдына килтереп ғәжәп оҫта композиция төҙөгән. Дастандың башында уҡ уҡыусы менән үҙ планын уртаҡлаша «Мөхәб-бәтнамә»нең 10 хаттан торасағын, 2 хатты фарсы телендә яҙасағын, ләкин иң алда Мөхәммәтхужа бәкте маҡтап, шунан ғына хаттарға тотонасағын әйтеп бирә. ,Әҫәр бүтән дастандарға хас булғанса традицион инеш "аллаға, пәйғәмбәргә һәм оло шәхескә арнау һүҙҙәре менән асыла. Унан төп өлөш ун поэтик хат бүлектәре китә, улар ғәзәл һәм мәснәүиҙәр менән аралаша. Аҙағы ҡитға һәм хикәйә менән тамамлана^.
Лирик йөкмәткеле был поэмала лирик герой, автор образы үҙәктә тора. Әҫәрҙе ижад итеү тарихы хаҡындағы тәүге биттәрҙән иң һуңғы бәйеткә тиклем авторҙың ҡарашы, уй-фекерҙәре, темпераменты, холҡо ғөмүмән, бөтә булмышы асыҡ сағыла. Хатта әҫәрҙә баштан-аяҡ бер генә төп герой автор үҙе йәки ир-егет образы йәшәй кеүек. Кем был? Автор үҙеме, әллә, хәҙерге термин менән әйткәндә, «лирик герой»мы, әллә шуларҙың берлектәге образымы? һүҙ юҡ, автор шәхесе әҫәр туҡымаһына ныҡ һеңгән. Ғөмүмән, боронғо һәм урта быуаттарҙағы Көнсығыш дастандарында авторҙар алғы планда йөрөй. Авторҙар үҙ тормошо хаҡында айырым мәғлүмәттәр ҙә биреп киткеләй. Иыш ҡына, улар хаҡында бүтән сығанаҡтар булмау сәбәпле, үҙ әҫәрҙәрендәге был мәғлүмәттәр биографияларын төҙөгәндә сығанаҡ рәүешендә файҙаланыла. Фирдәүси, Низами, Ҡотб, Навоиҙарҙың тормошо хаҡындағы һаран мәғлүмәттәр ҙә уларҙың үҙ әҫәрҙәренән килә.
КӘТИБ. «ЖӨМЖӨМӘ СОЛТАН»
XIV быуат төрки-ҡыпсаҡ дастандарынан Урал һәм Волга буйы халыҡтары араһында сағыштырмаса киңерәк таралғаны «Жөмжөмә солтан» (1369). Уның авторы һәм яҙылыу датаһы тураһында әҫәрҙең аҙағында шундай юлдар бар:
Ким тарихи йити йүз йитмыш иди, Ким Хөсам Кятиб муны бөтмөш иди2.
Хөсәм Кәтибтең үҙе хаҡында әйтеп ҡалдырған мәғлүмәте ни бары ошо бер генә бәйет. Осорҙоң бүтән дастан-дарындағы колофондар, күреп үтеүебеҙсә, күләм яғынан саҡ ҡына булһа ла ҙурыраҡ, ентеклерәк бирелгән. Уларҙа, өҫтәүенә, автор исеме һәм уның персонаждарға, хәл-ваҡиғаларға мөнәсәбәте әҫәрҙең төрлө урындарында ҡабат-ҡабат иҫкә алына. «Жөмжөмә солтан»да бындай урындар бөтөнләй юҡ. Поэманың инеш өлөшөндә Хөсам Кәтиб байтаҡ реаль шәхестәрҙең исемдәрен (Ануширван, Сыңғыҙ хан, Искәндәр-Зөлҡәрнәй һ. б.), әҙәби әҫәрҙәрҙең геройҙарын (Хөсрәү, Ширин, Рөстәм һ. б.) телгә ала. Күренеп тора, автор тарихты яҡшы белгән, Көнсығыш Классик поэзияһы менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған. Шунда уҡ фани донъя, йәшәү һәм үлем тураһында киң фәлсәфә йөрөтөп, ҙур һығымталар яһай тимәк, ул ир уртаһы йәшендәге тәжрибәле, фекерләүгә әүәҫ кеше булған. Дастан ҙур хис менән төҙөк, музыкаль тонда яҙылған бәхәс юҡ, заманының шиғриәт ҡанундарын яҡшы үҙләштергән талантлы әҙиптәре рәтендә торған. Шул уҡ ваҡытта әҫәрҙен йөкмәткеһенән авторҙың ҡаршылыҡлы натураһын да шәйләргә була. Төрки-ҡыпсаҡ ҡомартҡылары араһында Хөсәм Кәтибтең бүтән әҫәрҙәре күренмәй. Уның тыуған, үлгән йылдары ла билдәле түгел.Беҙҙең көндәргә килеп еткән күсермәләр һанына ҡарағанда, әҫәр халыҡ араһында ярайһы уҡ билдәле булған. Ленинград һәм Ҡазан ҡалаларының ғилми архивтарында һәм китапханаларында уның дүрт күсермәһе һаҡлана. СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан ойошторолған экспедициялар ваҡытында 1977 йылда Башҡортостандың Әбйәлил районы Ишбулды ауылында 'йәм 1980 йылда Туймазы районының Етегән ауылында дастандың яңы күсермәләре табылды Хәтип Ғосман яҙыуынса, ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ телендәге ҡулъяҙмалар ҙа осрай. Быларҙың барыһының да ҡағыҙға теркәлеү дәүере XVIIIXIX быуаттар.
Ғайса пәйғәмбәр мосафирлыҡ ҡылып, сәхрәлә йөрөп, бер һыуҙың ярына барып сыға һәм унда таш янында әҙәм башы ятҡанын күреп ҡала. Ғазраилға мөрәжәғәт итеп, уны телгә килтерергә бойора. Теләге бойомға ашҡас, әҙәм башынан уның тере сағында кем булыуын, нисек йәшәүен һораша. Баш бөтәһен дә ентекләп һөйләп бирә.
Жөмжөмә солтан иде атым мәним, Ғәләмә чыҡмыш иди дадим мәним,
тип, тәүҙән үк үҙенең ғәҙеллегенә баҫым яһап башлап ебәрә лә үҙе йәшәгән ғәжәйеп ҙур ҡалаһын тасуирлай. Унан һуң «һәр береһе тотоп арыҫлан менәрҙәй» ҡырҡ мең вәзире, төрлө вазифа башҡарған унар мең ҡолдары, ай-көндән артыҡ ун мең ҡатыны, һәр береһе хур ҡыҙына оҡшаш ун мең ҡырнағы (ҡол ҡыҙҙары) булғанын һөйләй. Жөмжөмә солтан тере саҡта ете мең музыкант тотҡан. Шулар араһынан башҡорттарҙың милли музыка ҡоралдарында ҡурайҙа һәм ҡубыҙҙа меңәр кеше уйнаған. Жөм-жөмәнең ғәскәре «һәр беренә меңәр кеше түҙмәҫ» меңәр кешенән торған. Мал-тыуары, ләғел, яҡут-ынйылары, бүтән төрлө ниғмәттәре иҫәпһеҙ-һанһыҙ булған. Байлыҡ мөлкәтен бөртөкләп һанап биргәс, шуларға йәнәшәлек рәүешендә Жөмжөмә солтан үҙенең ҡайһы бер шәхси һыҙаттарын асып һала. Төрлө фәндәрҙән тәрән белемгә эйә булған ғалимлығын, кешеләргә кеселеклелеген, тыйнаҡлығын, тәбиғәттән бирелгән матурлығын, бәхет эйәһе икәнлеген теҙеп сыға ла тағы бер мөһим һыҙатын киңерәк итеп әйтеп бирә:
Йәнә бар иди мәним хуш ғәдәтем, (Ул сәбәб чыҡмыш иди изгү атым)
Кем килүр әйди йомыш: ҡайда әсир Булсә, мискин йә ғәриб йахуд фәҡир, Көн дә миң килсә иди дәрвиш, йәтим, Алмайынча китмәҫ ирди туп, атым. ...Кичә көндөҙ гәдел-дадирди эшим, Барча ғаләмнәр ирди су-ашым.
Жөмжөмә «бер көн тәхетендә хуш ултырып», ҡатындарын, ҡырнаҡтарын йыйып, мәжлес ҡороп, күңел асҡан мәлдә, уның янына бер фәҡир килә һәм ҡабул итеүен һорай. Үҙе эше менән мәшғүл булып, күҙенә ғәләм күренмәҫ был мәлдә солтан уның менән һөйләшергә ваҡыт тапмай. Фәҡиргә ҡаты бәрелеп, күңелен ҡыйып, ишек төбөнән кире бороп ебәрәләр. Шунан һуң күп тә үтмәй, Жөмжөмә мунса төшә. Бер тас һыу менән ҡойонғандан һуң, «башына бер ғиллә сығып», хәле ҡапыл ауырайып, аяҡтан йығыла. Төрлө дарыуҙар биреп ҡараһалар ҙа, ярҙам итмәй. Ғазраил килеп йәнен алып китә. Күпмелер ваҡыттан һуң күҙен асһа, тәне тупраҡ янында була. Эргәһенә фәрештәләр килеп, ҡылған эштәрен яҙа. Аҙаҡ ике һүрәт уны тамуҡҡа илтә. Баш үҙенең унда ниҙәр күреүен һөйләй. Ете тамуҡтың һәр береһен тасуирлап сыға. «Йәһәннәм» тип аталған етенсе тамуҡҡа эләккәндәр язаның иң ҡатыһына дусар ителә. Быныһында Жөмжөмә кемдәрҙең нисек яза-ланыуын ғәжәпкә ҡалып күҙәтә. Шуларҙың бер төркөмө яҡты донъяла саҡта солтан булған дүрт кеше менән бергә Жөмжөмәнең үҙен дә язалайҙар. Күпмелер интектергәс, уның тере саҡта ҡылған яҡшылыҡтарын иҫәпкә алып, михнәт эсенән сығарырға, тигән хитап килә:
Баҡмаң аның көфринә вә тәһлинә, Ким кәрәмлү ирди ул үз әһлинә, һәм баһар ирди фәҡир лә гидайны, Тиң тутар ирди ярлыны вә байны.
Шунан һуң башты күтәреп сығарып, был донъяға килтереп һалалар. Ошо урында әлеге таш янында ул етмеш йыл ята. Ғайса унан: «Ниндәй үтенесең бар?» тип һорай. Жөмжөмә яңынан терелтеүен үтенә. Пәйғәмбәр доға ҡылып, солтандың теләген үтәй ҙә үҙе юлына китеп бара. Ә солтан бер тау тишегенә барып, тағы етмеш йыл ғибәҙәт ҡыла.
Әҫәрҙең финалында автор был сюжет менән әйтергә теләгән фекерен асыҡлап ҡуя:
Мохтасар будур, и адәм уғлани: һәр кем ирсә нә икса урғай аны.
Башҡорт халҡында бөгөнгө көндә «Ни сәсһәң шуны урырһың» тигән мәҡәлгә әйләнеп киткән ошо тапҡыр һү
ҙен дауам итеп, Хөсәм Кәтиб артабан яуызлыҡты изгелек менән таҙартырға өндәй. Юғарыла килтерелгән ике юллыҡ колофондан һуң поэма авторҙың уҡыусыға ҡыҫҡа ғына өгөт-нәсихәте менән тамамлана, Х. Кәтиб дастаны «Киҫекбаш» сюжетының кәмендә яр-тылашын үҙ эсенә алған, тиһәк тә хата булмаҫ. Ике поэмала ла кеше башы пәйғәмбәр менән осраша, тере саҡта нисек бәхетле йәшәүен, бәлә килгәс, ниндәй михнәттәр, мажаралар кисереүен һөйләп бирә. Аҙаҡ пәйғәмбәрҙең («Киҫекбаш»та пәйғәмбәр ебәргән Ғәли батырҙың) изге күңеллелеге арҡаһында Ғазраил башты элекке хәленә ҡайтара уға кәүҙә биреп, кеше итә.
Йөкмәткеһе яғынан «Жөмжөмә солтан» бөтәһенән бигерәк XII быуат Иран шағиры Фәритетдин Ғаттарҙың «Жөм-жөмә-намә» поэмаһына яҡын. Ләкин был әҫәрҙәр менән нисек кенә ауаздаш булмаһын, Хөсәм Кәтиб поэмаһы, XIV быуаттың бүтән дастандары кеүек үк, үҙ проблемаһы, үҙ идея йүнәлеше булған үҙ аллы әҙәби ҡомартҡы.
СӘИФ САРАИ. «ГӨЛСТАН БИТ-ТӨРКИ»
Сәйф Сарай ижады XIV быуаттың аҙаҡтарына тура килә. Уның әҫәрҙәре, һаҡланған ҡулъяҙмалары, алдағы авторҙарҙың билдәле берәр генә поэмаларынан айырмалы рәүештә, ярайһы ишлерәк. Сәйф Сарайҙың әҙәби мираҫын «Гөлстан бит-төрки» һәм «Сөһәйл вә Гөлдерсен» дастандары, тиҫтәнән ашыу ғәзәл, робағи, ике юллыҡтар, шулай уҡ заманындағы төрки шағирҙарының парсаларына яуаптар тәшкил итә. «Сарай, Әмир Нәжип әйтеүенсә, үҙ заманының халыҡ массаларына аңлайышлы ябай һәм матур телдә ижад итеүсе, был телде камил белеүсе мәшһүр шағир булған»
Сәйф Сарайҙың тормош юлы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе шулай уҡ бары тик үҙ әҫәрҙәренән генә табырға мөмкин. Ғалимдарҙың яҡынса иҫәпләүҙәре буйынса, ул 1321 йылда Алтын Урҙаның «Ҡамышлы йортонда» тыуған. Үзбәк ғалимы Н. Дәүрәнов был төбәкте Хорезм өлкәһендәге һарыҡамыш ауылы, Х. Миңлеғолов ул заманда Иҙел буйында ултырған Ҡамышлыларҙың береһе булырға тейеш, ти. Әҙип йәш ваҡытында белемгә һыуһап, тыуған еренән сығып китә. Үҙенең яҙыуына ҡарағанда, ярлы ҡатламдан сыҡҡан булырға тейеш. Алтын Урҙаның ғилем һәм мәҙәниәт үҙәгенә-һарай ҡалаһына килеп, йәшәп, ша-гир исемен ала, әммә мөлкәте булмай:
Килеп, улдым Сарайда шеир фидайы, Сарайның шағиры илнең гидайы5.
Был ҡалала күпмелер тороп, ул аҙаҡ Египетҡа китә. Тыуған-үҫкән яҡтарын ташлап, алыҫ илдәргә сығыуының сәбәбен шағир бер робағи юлдарында һағышлы тон менән әйтеп ысҡындыра:
Үҙ теләгенән тыш килеп сыҡҡан ошо айырылышыуҙы Сарай бик ауыр кисерә, күңелендәге үкенесле ғазаптарҙы шиғыр юлдарына һала.
Мәмлүктәр дәүләтенә барып сыҡҡас, Көнсығыштың бай әҙәби традициялы, фән һәм культура яғынан гөрләп торған ерендә ул белемен артабан камиллаштырыуға иғтибар итмәй ҡалмағандыр. Төрөк ғалимы Ф. Узлук яҙыуы буйынса, шағир Египетта солтан һарайы канцелярияһында (ишан диванына) эшләгән 2. Был заманда, йәғни XIV быуаттың икенсе яртыһында, билдәле булыуынса, Ҡыпсаҡ иленең байтаҡ уҡымышлы, ғилем-һөнәрле кешеләре Көнсығышҡа, ғәрәп илдәренә, шул иҫәптән мәмлүктәр Еги-петына ағылған. Шулар рәтендә башҡорттар араһынан сыҡҡан Ғилметдин Сәнжар әл-Башҡорди менән Насретдин әл-Насыри ҙа була. Уларҙың Египетта йәшәгән йылдары мәмлүктәр династияһы заманына тура килә. Ғилметдин Сәнжар әл-Башҡорди Египетта XIV быуат аҙағына әмир булып торһа, шағир Насретдин әл-Насыри Сарай менән бер заманда XIV быуат урталарында йәшәй. Сәйф Сарай, уның кеүек үк, Египетта юғары ғилемле даирәләр' менән ҡатнашып, үҙе лә улар менән бер баҫҡыста йөрөй, осорҙоң күренекле әҙиптәре менән осраша. Сарайҙың төрки телендә ижад иткән байтаҡ ҡәләмдәштәре була. Уның әҫәрҙәре араһында һигеҙ шағирҙың Мәүләнә ҡазый Мөхсиндең, Мәүләнә Исхаҡтың, Мәүләнә Ғимад Мәүләүиҙең, Әхмәд Хужа әс-Сараиҙың, Харәзмиҙең, Ғәбделмәжиттең, Туғлы Хужаның, Хәсән улының парсаларына нәзирәләр бар. Ә Туғли хужа менән Мәүләнә Исхаҡтың төрки телендәге тағы ике ғәзәле Сарайҙың «Сөһәйл вә Гөлдерсен» ҡульяҙмаһы менән бергә һаҡланған. Өҫтәүенә, Мәүләнә Исхаҡтың исеме «Гөлстан бит-төрки» поэмаһында телгә алына. «Гөлстан бит-төрки» тәржемә әҫәр. Сарай уны бөйөк фарсы шағиры Сәғди Ширазиҙың (12031292) «Гөлстан» поэмаһына таянып башҡара. Сәғди үҙе лә VIXII быуат фарсы һәм ғәрәп әҙиптәренең әҫәрҙәренә эйәреп, шуларҙан тыуған тәьҫир һәм фекерҙәрен файҙалана. Сәғди әҫәре классик иран-тажик әҙәбиәтенең иң түренән урын ала. «Гөлстан» бер юлы тормош дәреслеге лә, мауығып, күңел йыуатып уҡырлыҡ китап та булды, тип яҙа И. Брагинский, был мәшһүр әҫәрҙең тәьҫир итеү сере һәм донъя күләмендә яңғырау сығанағы ла шунда» 2. Аҙа-ғыраҡ бөтә донъяға билдәле буласаҡ ошо ҡомартҡы төрки халыҡтары араһында киң тарала. Әзербайжан, татар, үзбәк, башҡорт, төрөк һәм башҡа халыҡтар уның менән фарсы телендә таныша. Башҡорттар мәҙрәсәлә фарсы телен һәм тажик әҙәбиәтен өйрәнгәндә Сәғдиҙең «Гөлстан»-ын оригиналында уҡыйҙар. Уның шундай ҡулъяҙма күсермәләре әлеге көндә лә килеп сыҡҡылай тора. Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ҡулъяҙмалары фонды, Башҡортостан республика китапханаһы ҡулъяҙмалары бүлегендә уның бер нисә күсермәһе бар. «Гөлстан» төркигә тулыһынса йәки шәрех тибында Сарайға тиклем үк бер нисә тапҡыр тәржемә ителә. Сарайҙан һуң да уны төрки телдәренә әйләндереү XX быуат баштарына тиклем дауам ителә. Шуларҙың барыһы араһында иң тәүгеһе һәм иң күренеклеһе - «Гөлстан бит-төрки». Фарсы телен камил белгән Сәйф Сарай ошо гениаль ҡомартҡыны тәржемә итеүҙе изге эш күреп, ҙур яуаплылыҡ менән тотона.
«Гөлстан бит-төрки» һигеҙ бабҡа (бүлеккә) төркөмләнгән күп һанлы үҙ аллы сюжеттарҙан тора. Жанр тәбиғәтенә ҡарап «хикәйәт», «хикмәт» һәм «нәсихәт» тип аталған ошо сюжеттарҙың һәр береһенең аҙағында уларҙың фекерҙәрен йөпләү, аныҡлау йәки йомғаҡлау рәүешендә шиғырҙар урынлаштырылған. Улары робағи, мәснәүи, ҡа-сида, ҡитға, мәҫәл һ. б. жанр төрҙәренең талаптарына яуап бирә. Сәсмә һәм теҙмә текстарҙан торған тапҡыр әғәнәле үҙ аллы сюжеттар дастандың 17-ее бабтарында 150-гә етә яҙа, ә 8-се бабтағы хикәйәт һәм нәсихәттәр 120 самаһы. Инеш бүлектә шағир әҫәрҙең яҙылыу тарихын һөйләп үтә, Египет солтанының өлкән вәзире («хажиб эл-хөжәнәб») Әмир Бәтхасҡа арналыуын әйтеп бирә. Дастанға күтәрелгән темаларҙың төркөмләнеүенә ҡарап, һәр бабҡа шуға ярашлы исем ҡуйылған.
65. С.Агиш проза3ы.
Сәғит Агиш башҡорт совет прозаһын үҙенсәлекле әҫәрҙәре менән байытҡан хикәйә оҫтаһы, әҙәбиәттең сатирик-юмористик йүнәлешен көсәйтеү әлкәһендә киң танылған яҙыусы.
Сәғит Ишмөхәммәт улы Агишев 1905 йылдың 19 ғинуарында хәҙерге Ырымбур әлкәһе Шарлыҡ районының Иҫәнгилде ауылында тыуған. Бала сағы Аҡтин ауылында үтә. 1917 йылда ул, Ырымбурҙың «Хөсәйениә» мәҙрәсәһенә барып, уҡырға урынлаша. Ауырып, 1919 йылда кире ҡайта һәм уҡыуын Иҫке Юлдаш мәктәбендә дауам итә. 1920 йылда комсомол канткомыныц ойоштороу бүлеге мөдире итеп билдәләнә. 1921 йылда Ырымбур Башҡорт халыҡ мәғарифы институтында (БИНО) уҡый. Бында әҙәбиәт уҡытыусыларының береһе Ш. Камал була. Уҡыу йортондағы ижади атмосфера Агиштың әҙәби һәләте уяныуға этәргес бирә.. Ул ижади түңәрәктәрҙә актив ҡатнаша, бәләкәй пьесалар («һәйкәл», «Кем ҙур?», «Кескенә революционер», «Аҙашҡан») яҙып, драма түңәрәгендә ҡуйҙыра. 1924 йылда Өфөгә күсеп килә, сауҙа әлкәһендә эшләй, газеталарға яҙыша. 1925 йылда «Башҡортостан йәштәре» газетаһына секретарь итеп тәғәйенләнә.
1932 йылда С. Агиш Башҡорт дәүләт педагогия инсти-тутына уҡырға инә. 1943 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһына ағза итеп һайлана, БАССР Министрҙар Советы эргәһендәге сәнғәт эштәре идаралығында инспектор, һуңыраҡ Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты, 19491951 йылдарҙа «Әҙәби Башҡортостан» журналының яуаплы редакторы була.
С. Агиш әҙәбиәттәге ҙур хеҙмәттәре өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почет Билдәһе» ордендары, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы менән (үлгәндән һуң) бү-ләкләнде.
С. Агиш ижади эшмәкәрлеген поэзияла башлай һәм 1927 йылда «Беҙҙең көлөү» тигән тәүге шиғырҙар китабын сығара Әммә был китапҡа ингән әҫәрҙәре, актуаль яңғыраһа ла, художество йәһәтенән йомшаҡ булыу арҡаһында, ижады һәм үҙе өсөн дә әһәмиәтле түгелдәр. Шулай ҙа поэтик тәжрибә уны һүҙ менән һаҡ эш итергә, талапсан булырға өй-| рәтә. Бынан һуң ул йәштәр газеталарында сәсмә әҫәрҙәр" баҫтыра, балалар өсөн «Ҡуш төймә», «Аҙғын малай» тигән хикәйәләр китаптары сығара.
Ижад уңыштары С. Агишҡа 30-сы йылдар башындағы проза әҫәрҙәре менән килде. «Шартына килһен», «Ялағай», «Тәпән», «Микрофон», «Сафиулла илай» исемле хикәйәләре уның ижадының йылдам үҫеүен, юмор һәм сатира йүнәлешендә нығына барыуын күрһәтә.
Билдәле булыуынса, 30-сы йылдар прозаһында яңы кешене һүрәтләү, социалистик үҙгәреште раҫлау иҫке тормош ҡалдыҡтарын фаш итеү планында һынландырыла, геройҙар характеры кире типтарға ҡаршы көрәштә асыла. Ошо үҙенсәлек сатира менән юморҙың активлашыуыиа килте- jj рә. Ул Б. Ишемғол, Ғ. Ғүмәр, А. Карнай һ. б. яҙыусыларҙың хикәйәләрендә асыҡ сағыла, ә инде С. Агиш ижадында иһә төп урынды ала. Әммә тәүгеләренең сатираһында дин һәм динселәрҙән көлөү, уларҙың социаль асылын фаш-лау үҙәккә ҡуйылһа, С. Агиш социалистик ҡоролошҡа, яңырыу һәм үҫешкә ҡамасаулаған төрлө иҫкелек ҡалдыҡ-тарың фашлай, ялағай, елғыуар, ялҡауҙарҙы тәнҡитлән, кеше етешһеҙлектәренән еңелсә көлә. Йәғни ул юморис-тик-сатирик әҙәбиәтте яңы тема һәм типтар менән байыҡтыра, әҫәрҙәре оригиналлеге, художестволы оҫта эшләнеше, конкретлығы һәм йыйнаҡлығы менән айырылып тора. Яҙыусы дәүерҙең, шул осор кешеләренең ижтимағи-психологик һыҙаттарын реалистик һүрәтләүе, тасуири сараларҙы уңышлы файҙаланыуы менән хикәйә жанрының эстетик әһәмиәтен күтәреүгә, йөкмәткеһен байытыуға һәм тәрәнәйтеүгә, художестволы формаларын төрләндереүгә ҙур өлөш индерҙе.
Яҙыусының үҙенә лә, әҫәрҙәренә лә хас кинәйәлелек, төртмә теллелек, үткер сарказм, яғымлы юмор, тапҡырлыҡ, ябайлыҡ һәм матурлыҡ сифаттары, уның ижад индивидуаллеген билдәләгән төп үҫенсәлектәр булып, 30-сы йылдарҙа уҡ формалашты.
С. Агиш хикәйәләре сюжеттың ябай һәм ышандырырлыҡ, мауыҡтырғыс һәм фәһем бирерлек булыуҙары менән иғтибарҙы тарта. Быға ул рәссамдарса күҙәтеүсән, һиҙгер булыуы, ғәҙәти күренештәрҙә, күнегелгән тормош картиналарында ябай, әммә социаль-ижтимағи әһәмиәттәге де-талдәрҙе күрә һәм шуларҙы ҙур, тәрән мәғәнәһендә художестволы дөйөмләштерә белеү аша өлгәште. Ошондай сағыу һәм төрлө яҡтан камил оҫталыҡ серҙәренә ул үҙ ос-таздары А. Чехов һәм Ш. Камалдан өйрәнде. С. Агишты рус прозаһының бәләкәй формалар оҫтаһы А. Чеховтың ябай кешеләр тураһында мауыҡтырғыс итеп яҙыуы, уларҙың тормошон, кисерештәрен, яҙмышын тәрән тойоуы, эске Донъяларын йәнле һүрәтләүе, характерҙы асыуҙағы поэтик таҫыллығы, юмор һығылмалылығы, лирик йылылығы, бай колоритлы халыҡсан теле, сюжет-композиция йыйнаҡлығы һоҡландырҙы, шуларҙың күбеһен ул да үҙ итте. С. Агиш 19501960-сы йылдарҙа ла актив хикәйәсе булып ҡала. Уның сатирик һәм юмористик әҫәрҙәре был дәүерҙә бөтә Союз уҡыусыларына таныла, ҡайһы берҙәре; сит ил халыҡтары теленә тәржемә ителә. Яҙыусының «Ҡунаҡ һәм намыҫ» тигән хикәйәһе, мәҫәлән, рус, ҡырғыҙ, төрөкмән, татар, румын телдәрендә баҫылып сыҡҡан.
Илленсе йылдар аҙағында, алтмышынсы йылдар башында башҡорт повесының төрлө яҡлап йылдам үҫеше күҙәтелә. Ул тормошто күп яҡлы һүрәтләүҙең киң юлына сыға, тормошсанлыҡ уларҙың төп һыҙаты булып әүерелә, хикәйәләүҙә публицистик алым көсәйә. Әҫәрҙәр үҙәгенә үткәндәрҙе яңыртыу көрәшендә, тормошта үҙ эҙен Ҡалдырған ижтимағи ваҡиғаларҙа сыныҡҡан кеше шәхесен һүрәтләү ҡуйыла, повестарҙа йәмғиәтебеҙ үҫешендәге, яңы кеше формалашыуындағы төрлө осорҙар мэғәнәүи яҡтан тәрәнерәк яҡтыртыла башлай. С. Агиштың «Тәүге д2рест1р», «Яҡташтар» тигән повестары шундай әҫәрҙәр рәтенә инә.
С. Агиш, художестволы әҫәрҙәрҙән тыш, иҫтәлектәр, тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар ҙа яҙҙы. Башта ул театр, дөйөм культура, сәнғәт менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына һәм шул хаҡта байтаҡ мәҡәләләр баҫтыра, 30-сы йылдарҙа айырым яҙыусылар ижадына, яңы әҫәрҙәргә бик йыш мөрәжәғәт итә, һуңыраҡ әҙәби тәнҡит мәҡәләләрендә, рецензияларында әҙәби оҫталыҡ, жанрҙар тәбиғәте, сюжет, художестволылыҡ алымдары, тел саралары тураһындағы мәсьәләләрҙе күтәрә, үҙенең ҡараштары, бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Уның Ғ. Сәләм, М. Хәй, А. Таһиров, М. Ғафури, М. Йәлил, Ш. Хоҙайбирҙин, А. Карнай, Ә. Ени-ки һәм А. Чехов ижадтарына арналған мәҡәләләренә, шулар араһынан үҙ тиҫтерҙәре тураһындағы иҫтәлектәренә кисерештәр байлығы, фекер тәрәнлеге хас, улар лирик йылылыҡ менән һуғарылған.
Хикәйәләр оҫтаһы булып танылған, балалар әҙәбиәтен, юмор һәм сатираны үҫтереүгә күп көс һалған, күп кенә повестары һәм киң билдәле «Нигеҙ» романы менән уҡыусылар күңелен яулаған талантлы яҙыусы С. Агиштың ижады башҡорт совет прозаһы тарихында лайыҡлы урында тора.
60. !81би 6омарт6ы булара6 т191рих я8малар, улар8ы5 сы7ана6тары.
XVIXVII быуаттарҙағы башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре тарихы өсөн үҙенсә бер региональ төҫ алған тарихи-әҙәби әҫәрҙәрҙең тәуарих яҙмаларының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеп китеүе бик характерлы күренеш. Улар халыҡ ижады, шәжәрәләр һәм Көнсығыш тәуарих яҙмалары традицияһы нигеҙендә тыуып, үҙенсәлекле жанр формаһын хасил итәләр.
Бындай тип ерле яҙмаларҙың тыуыуында айырыуса Рәшитетдиндең «Жәмиғ әт-тәуарих» («Тарихтар йыйынтығы») әҫәренең йоғонтоһо көслө була.
Рәшитетдин Фазлыллах ибне Әбүлхәйер һәмәдәни (12471318) тарафынан йәки айырым өлөштәре уның етәкселегендә 13101311 йылдарҙа фарсы телендә яҙып тамамланған «Жәмиғ әт-тәуарих» китабы өлөшсә бөтөн донъя тарихын, бигерәк тә урта быуаттарҙағы төрки-мон-гол ҡәбиләләре тарихын тулы яҡтыртҡан әҫәр үҙ заманында уҡ популярлыҡ ҡаҙана, аҙаҡ оригиналда һәм тәржемәләрҙә күп халыҡтар араһына таралып китә. Уның менән, бүтән фарсы әҫәрҙәре шикелле, башҡорт һәм татарҙар ҙа яҡшы таныш булған.
62. Н. Асанбаев ижады.
Башҡорт драматургияһында Нәжиб Асанбаев үҙен тормош-көнкүреш пьесалары («Рәйсә», «Фәйзи», «Зәйтүнгөл»), философик драмалар («Кеше бәхете», «Алтын бишек»), тарихи-революцион, социаль йөкмәткеле художестволы дөйөмләштереүҙәр («Ҡанат йәйгәндә», «Ҡыҙыл паша», «Миләш-Миләүшә»), заман темаһына, әхләҡ мәсьәләләренә арналған әҫәрҙәр («Аҡ сирендәр», «Майҙан тотабыҙ», «Ҡыҙлы йорт»), үткер сатирик комедиялар («һыу юлы», «Күктән төшкән бәхет», «Кәләш әйттергәндә») кеүек төрлө яңғыраштағы, үҙенсәлекле ижад манера-һындағы сәхнә әҫәрҙәренең, оҫтаһы итеп күрһәтте. Н. Асанбаев пьесалары һәр саҡ киң ҡатлам тамашасының ҡыҙыҡһыныуын уята. Яҙыусы тәүҙәрәк хикәйә һәм очерк жанрында, балалар әҙәбиәте әлкәһендә эшләне. «Ҡыҙыл паша» исемле драмаһы өсөн Н. Асанбаевҡа 1983 йылда Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы бирелде.
Нәжиб Асанбаев (Николай Васильевич Асанбаев) 1921 йылдың 7 ноябрендә Баҡалы районының Аҡман ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҙҙәренең ауылындағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, Мостафа, Балыҡлы ауылдары мәктәптәрендә уҡый. 1937 йылда Өфө финанс-экономик техникумын тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Уны тамамламаҫ борон Йәрмәкәй урта мәктәбендә әсә теле һәм әҙәбиәте уҡыта. 1940 йылда Совет Армияһы сафына алынып, тәүҙә Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, унан Рязандағы артиллерия училищеһында уҡый. 19421945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында артиллерия батареяһы командиры сифатында ҡатнаша.
Армия сафтарынан демобилизацияланғандан һуң, 1949 йылдан «Кызыл таң» газетаһы редакцияһында эшләй. Га-зетаның үҙ хәбәрсеһе сифатында Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында йәшәй, унан Салауат театрының директоры була.
1961 1963 йылдарҙа Н. Асанбаев Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы ҡаршыһында ойошторолған Юғары әҙәби курста уҡый. 1965 йылға тиклем Башҡорт дәүләт академия драма театрының директоры булып эшләп. Унан һуң бары әҙәби ижад эше менән шөгөлләнә.
Н. Асанбаевтың тәүге хикәйәләре («Алһыу», «Карта») һәм беренсе «Ҡунаҡ» исемле пьесаһы республика матбуғатында 19391940 йылдарҙа күренә башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында балаларҙың батырлығын кәүҙәләндергән «Кәрим» тигән хикәйәләр йыйынтығы өсөн яҙыусы 1946 йылда Өфөлә үткәрелгән конкурста бүләк алды.
Яҙыусының драматургия әлкәһендә етди хеҙмәте илленсе йылдар уртаһынан башлана. Уның «Беҙгә егеттәр килде» исемле тәүге комедияһы Башҡорт дәүләт академия драма театрында һәм Салауат театры сәхнәһендә 1955 йылда ҡуйыла.
«Беҙгә егеттәр килде» тигән пьесаһында уҡ, тип яҙа М. Ғәйнуллин, яҙыусының ижадындағы төп тема, төп мотивтар билдәләнә. Беҙҙең замандаштарыбыҙҙың тормошон, ижади хеҙмәтен, уй һәм хыялдарын, әхләҡ йөҙөн күрһәтергә тырышыуы менән был әҫәр йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итте...»
Миләш-Миләүшә» драмаһы илебеҙ тормошонда ғәйәт ҙур афәттәр килтергән шәхес культы дәүеренең кеше яҙмыштарын ни тиклем ауыр һынауҙарға дусар итеүен сағылдырған әҫәр булды. Был пьесаһын Н. Асанбаев билдәлелек шарттарында ижад итеп, тоталитар режимдың ғәҙелһеҙлеген, антигуманистик асылын тормошсан хәл-ваҡиғалар, типик образдарҙа һүрәтләне.
Әҫәрҙең үҙәгендә уҡытыусы Миләүшә яҙмышы. Ҡыҙҙың әсәһе партия хеҙмәткәре, административ-команда системаһына фанатиктарса бирелгән Кәримә Исхаҡовна, әлбиттә, ҡыҙының бәхетле булыуын теләй. Миләүшәне яратып йөрөүсе кеше бар, ул билдәле журналист Мөхтәр Яппаров. Миләүшә яңғыҙлыҡты, наҙлылыҡты һынландырған зат.
Ә мөхәббәттең үҙ закондары бар. Миләүшә мәктәп йәшенән үк һуғышҡа киткән Иншарҙы ярата. (Иншар үҙенең һөйгәнен яратып Миләш-Миләүшә тип атап йөрөтә.) Ә инде Иншар яҙмышы әлеге сталинщина заманының бөтә ҡатмарлыҡтарын үҙендә туплаған, һуғышта ҡаты яраланып дошманға әсирлеккә төшөргә мәжбүр булған Иншар фашист ҡоллоғо шарттарында ла батырлығын, илгә тоғролоғон юғалтмаған ысын кеше. Дошман концлагерында гитлерсыларға ҡаршы керәш ойошторған Иншар илгә ҡайтҡас, үҙенең тоғролоғо лайыҡлы баһаланыр тип уйлаһа ла, яман кешеләр арҡаһында совет тамуғына Себерҙәге лагерға эләгә, һуңынан Иншар өҫтөнән органдарға ошаҡты көнсөл әҙәм, карьерист мәктәп директоры Әнәс Шакирович яҙғанлығы асыла.
Шулай ҙа Миләүшә менән Иншарға әҙ генә ваҡытҡа булһа ла бәхет йылмайып ҡала. Егет яу йәһәннәменән ҡайтыу менән улар өйләнешәләр. Тик тиҙҙән яңы һынау яңы айырылышыу.
Иншарға кейәүгә сыгыу алдынан Миләүшә менән уның әсәһе Кәримә Исхаҡовна араһында булган һөйләшеү шаҡтай ауыр уйҙарға һалырлыҡ.
Артабанғы ижадында Н. Асанбаев донъяға ҡараш, фәл-софи ҡаршылыҡтарҙы, замандың глобаль проблемаларын киңерәк ҡоласлы әҫәрҙәрҙә дөйөмләштерергә ынтылды. Үҙенең ижады өсөн дә, башҡорт драматургияһы өсөн дә яңылыҡ булған был ынтылыш драматургтың «Алтын бишек» (1969) әҫәре өсөн хас.
Драмала донъя һуғышында бәрелешкән ике ҡапма-ҡаршы көс ике донъя совет иле һәм буржуаз-фашистик дәүләт вәкилдәренең поляр ҡапма-ҡаршы характерҙарын һүрәтләүгә ынтылыш яһала. Шуға ла «Алтын бишек» әҫәренең һүрәтләү масштабы киң ваҡиғалар Уралдағы ябан башҡорт ауылында ла, фронтта ла, немец ғаиләһендә лә, Берлинда ла бара.
Тәүге картиналарҙан уҡ башҡорт ауылындағы Бәхти-әр ғаиләһендә Азамат исемле, ә немец Генрих Шульц ғаиләһендә Фридрих исемле ике бала тыуыуы ҡапма-ҡаршы параллель алымы менән һүрәтләнә. Башҡорт батыры Азамат тыуыуға бар Урал тәбиғәте шатланһа, тағы бер немец һалдаты тыуыуға немец генералы Шток ҡыуана һәм Фрид-рихҡа мираҫ-васыят ҡалдыра. Ике бала бишеге алдында ике төрлө теләк теләнә:
«Аҡһаҡал (бишек янына килеп). Ни хәл, улым? Яҡты донъяға килдем тиһең инде, ә? Хуш! Нәҫел-ырыуың һәйбәт! Тыуған ерең бәрәкәтле. Башҡортҡа нимә кәрәк? Башҡорт иген игә, һунарға йөрөй. Ҡайғыһын да, щатлығын да койгә һалып, ҡурай уйнай. Бына, улым, һиңә бүләккә ҡурай алып килдем. Үҫкәс уйнарһың» '.
«Шток (бишеккә күрһәтеп). Бына ул яңы Шток... Бөтәһен дә уға тапшырам-хыялдарымды ла, ҡоралымды ла... (Ҡылысын алып) Фридрих, бына ҡылыс!.. Ҡаты ҡоростан ҡойолған... Шток уны ҡында тотманы, ә ҡулында уйнатты... (Ҡылысты үбеп, бала эргәһенә бишеккә ҡуя.) Хыялдарым ҡанымда... Ә беҙ һинең менән ҡан-ҡәрҙәш-тәр, Фридрих...» 2.
Ике донъя ике төрлө тәрбиә, ике төрлө идеал. Күбеһенсә автор совет кешеләренең хеҙмәт һәм тыныслыҡ һөйөүсән характерын, яуҙағы батырлығын һүрәтләй, ә немец-фашист ғаиләһенең яҙмышы ошо тән геройҙар характерҙарын тулыраҡ асыу әсән үҙенсәлекле бер фон булып килә. Ваҡиғалар ҙа тарихи ике һуғыш беренсе донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышының киң рамкаларында алынган. Тәүге һуғыштың окоптарында Азаматтың атаһы һалдат Бәхтиәр менән Фридрихтың атаһы Генрих Шульц яҙмыштары осраша. Батшалар, генералдар приказы буйынса башҡорт һалдаты ла, немец та үҙ ғүмерҙәрен бирәләр. Был сәхнәлә Бәхтиәрҙең рус һалдаты менән окоптарҙа нығынған дуҫлығы ла һүрәтләнә. Ябай һалдаттарҙы борсоған ҙур һорау: ни өсөн ҡан ҡойолоу, халыҡтар миллион ҡорбандар биреү хаҡындағы уй әҫәрҙә шаҡтай оҫта, образлы картиналар һәм кеше яҙмыштары менән бәйләнештә ҡуйыла.
Бында ла әлеге параллель алымы һаҡлана, һуғышта ү^лем алдынан башҡорт һалдаты Бәхтпәр ҙә, немец Генрих та яҡындарына васыят хаты яҙалар. Бәхтиәр: «Улым Азамат үҫкәс, ике сиркәүле Михайловка ауылын эҙләп тапһын, исемемде яҙып, ҡәберемә аҡ таш ҡуйһын», тип әйтеп ҡалдыра. Генрихтың хаты шулай уҡ тәрән мәғәнәле: «Улым! тип яҙҙыра ул. һинең тәнәй йөрөп ките-үеңде күрергә, «әттә» тин әйтеүеңде ишетергә насип булманы, һине ҡулыма алып һөйәр сағымда миңә мылтыҡ тотторҙолар... Бына мин донъянан китәм... Минең хатамды ҡабатламаһаң ине, улым... Ҡояшты ҡаплап булмаған кеүек, бөтә донъяны ла яулап булмай икән... Мин бына шуны белеп үләм...»
1 Асанбаев Н. Алтын бишек. Пьесалар. Өфө, 1971, 339-сы б,
2 Шунда ук, 345-се б.
Артабанғы тарих беренсе донъя һуғышы һабаҡтары онотолоу, Гитлер Германияһының тағы ла яңы һуғыш уты тоҡандырыуын күрһәтте. Әҫәрҙә тағы ла бер алым бар. һуғыш хәбәре кешеләрҙең бәхетле тыныс тормошо ваҡытында килә. Донъя һуғышы Азамат һәм Фридрих тыуған көндәрҙә башланһа, Бөйөк Ватан һуғышы Азаматтың. Уралдағы бер һылыу Сәриәгә әйләнеү туйы, ә Фридрих менән Руттың Берлин сиркәүҙәренең береһендә никахла-шыуы ваҡытында башлана. Был алым һуғыштың кеше тәбиғәтенә, йәшәүгә һәм мөхәббәткә ни тиклем ҡаршы булыуын көсәйтә, контраст, антитезаның юғары нөктәһенә күтәрелә.
«Алтын бишек» драмаһындағы иң әһәмиәтле момент 1941 йылдың йәйендә фронтта, немец-фашист ғәскәрҙәренең иң көслә сағында, Совет Армияһы һуғышсылары, шул иҫәптән капитан Азамат Бәхтиәровтың яу ҡырында үҙенең йәштәше, фашист армияһының обер-лейтенанты Фридрих Шульц менән осрашыуы.
Был картинала автор батальонда иҫән ҡалған ун бер һуғышсының юғары рухын, уларҙың интернациональ берҙәмлеген кәүҙәләндерә алған. Рус һалдаты Миша Бобрн-ков, башҡорт һуғышсылары Азамат, Гөлзифа, Ҡолой, сыуаш батыры Питрәй, төрөкмән егете Аллабирҙе, повар Кузьма, һәм беренсе донъя һуғышы ветераны, Бәхтиәр һалдаттың дуҫы Макар образдары, күбеһе эпизодик характерҙа булыуға ҡарамаҫтан, һәр береһе үҙенсәлекле характерлы.
Фридрих Шульцтың пленға эләгеүе һәм үҙенең атаһы Генрихтың рус ерендәге ҡәберен күреүе бик осраҡлы һәм үтә шартлы хәл. Шулай ҙа был картинала һуғышты, фашизмды фашлай торған материал бар. Фридрих менән Азаматтың идея бәхәсе быны асыҡ күрһәтә: совет һалдаты бөтә донъя хеҙмәтсәндәре бәхете өсөн һуғыша. Ҡамауҙа ҡалған ун бер кешенән торған батальон да ҙур, ҡеүәтле көс икәнлеге әҫәрҙә ышандырырлыҡ итеп һүрәтләнгән.
«Алтын бишек» шартлылыҡҡа, ассоциацияларға ҡоролған әҫәр. һәр бер картина тиерлек ошо шартлылыҡтың бер сағылышы әсәләр хоры, вафат булған һалдат йыры, Ҡотлобикәнең моң-зары кеүек шиғри алымдар менән төгәлләнә. Был алым әҫәргә үҙенсәлекле эпик-героик рух бирә.
Артыҡ ҙур, глобаль масштабтар менән эш итен, Н. Асанбаев был әҫәрендә айырым геройҙарҙың индивидуаль йөҙөн тейешенсә характерлау мөмкинлегенән мәхрүм. Был әлегә шартлылыҡҡа, сюжеттың тарҡау булыуына, бер ни тиклем схематизмға ла килтерә. Шулай ҙа әҫәрҙә оло философик дөйөмләштереүҙәргә ынтылыш, донъя масштабтары менән фекер йөрөтөргә тырышыу, фашизм һәм соңиализм идеологияһының ҡапма-ҡаршылығы тураһында уйланыу бар. Был әҫәрҙең әһәмиәтен арттыра.
Н. Асанбаевтың һуңғы йылдарҙағы сәхнә әҫәрҙәре араһында «Зәйтүнгөл» драмаһы әһәмиәтле урынды алып тора.
«Зәйтүнгөл» ҡатын-ҡыҙҙың ауыр, ҡатмарлы яҙмы шы, яратҡан әсә, ҡатын һәм хеҙмәт кешеһенең күп яҡлы фиҙаҡәр характеры тураһындағы әҫәр. Драма героиняһы Зәйтүнгөлдөң характеры ла, профессияһы ла, яҙмышы ла ғәҙәти түгел, ә үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ яҙмыш. Ул сәйер яҙмышлы, бер-бер артлы бәхетһеҙлектәргә осрап торған ирен штурвалда алыштырған трактористка.
Эйе, Зәйтүнгөлдөң ире, колхоздың трактор бригадаһы етәксеһе Айбулатүтә үҙенсәлекле бер кеше. Ул төҫкә матур, көслө, уға һәр саҡ бөтә нәмә лә ыңғай килеп тора, тормоштан ул үҙе теләгән бөтә нәмәне лә алырға күнеккән. Был сифаттар Айбулатты бер кем менән до иҫәпләшмәй торған төҙәлмәҫлек эгоист иткән дә инде.
һуғышҡа тиклем Айбулат бер-бер артлы бер нисә шаҡтай ауыр енәйәтсел эштәр эшләй һәм сәйер ҡылыҡтар ҡыла. Гүзәл ҡыҙ Зәйтүнгөлгә әйләнә, ә бисәһе бала көткән саҡта болонда бесәнлектә икенсе бер һылыу Валя менән тән үткәрә. Зәйтүнгөл менән күңелһеҙ аңлашыуҙан һуң Айбулат тракторы менән төҙөлөп бөтмәгән күпер аҫтына төшә, машинаны батыра, шуның өсөн төрмәгә эләгә... Был енәйәттәр уның араҡы менән артыҡ мауығыуы һөҙөмтәһе.
Ошондай көйһөҙ кейәүҙе Зәйтүнгөлдөң атаһы Ғәйфулла ла, Зәйтүнгөлгә күптән үк ғашиҡ булған алдынғы тракторист Самат та яратып еткермәйҙәр. Ә Зәйтүнгөл ошо ауыр яҙмышлы, э асылда нескә күңелле, хатта оялсаны-раҡ та булған Айбулатты ғүмер буйы ярата.
Н. Асанбаевтың драматик повесы Зәйтүнгөл менән Айбулаттың һәм улар эргәһендәге ауыл кешеләренең үҙ-ара мөнәсәбәттәренең шаҡтай ҡатмарлы оҙон һәм ғибрәтле тарихы ул. Зәйтүнгөл яҙмышына ҙур иғтибар һәм хәстәрлек менән ҡараусылар араһында өлкән колхозсы Сәлмән, колхозсы ҡатын-ҡыҙҙар Фәғилә, Нурыя, Айһылыу, райком секретары Ризуанов һәм башҡалар бар.