Поможем написать учебную работу
Если у вас возникли сложности с курсовой, контрольной, дипломной, рефератом, отчетом по практике, научно-исследовательской и любой другой работой - мы готовы помочь.
Если у вас возникли сложности с курсовой, контрольной, дипломной, рефератом, отчетом по практике, научно-исследовательской и любой другой работой - мы готовы помочь.
Зарпова Ю.В., 103-сө мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы
43. Тема: Аҙыҡ-түлек. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.
Маҡсат:
1. Уҡыусыларҙы башҡорт телендә аҙыҡ-түлек исемдәре менән таныштырыу.
2. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү.
3. Аҙыҡ түлеккә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү. Йыһазлау: Слайдттар.
Дәрес барышы:
III. Дәрестең темаһын кроссворд аша сисеү. (Слайдта кроссворд сыға, уҡыусылар телдән яуап бирә бара.) Ә дәрестә нимә хаҡында һөйләшербеҙ икән, әйҙәгеҙ кроссворд сисәйек.
Тәржемә итегеҙ;
(Кроссворд)
IV. Актив һүҙҙәр өҫтөндә эш.Белемдәребеҙҙе артабан камиллаштырыу өсөн яңы һүҙҙәр өҫтөндә эшләп алайыҡ.
Аҙыҡ-түлек продукты
Эсемлек напиток
Һатыусы продавец
Ҡап пачка
Турай режет, разделывает
Бешерә - готовит
Ҡыҙҙыра жарит
V. Ял минуты. Арып киткәнһегеҙҙер уҡыусылар, хәрәкәтләнеп ял итеп алайыҡ. (Һүҙҙәрен слайдта сығарырға)
Бауырһаҡ бешерәйем тип,
Күп итеп ҡамыр баҫтым
Он иләнем дә иләнем
Ҡамыр йәйҙем дә йәйҙем
Һуңынан уны тураным
Майға һалып бешерҙем.
Бауырһағым бик уңды
Ҡулдарыма ял булды
(Хәрәкәттәр менән күрһәтә барыу)
VI. Китапта эш.Китаптарҙа 143-сө битте асабыҙ.
1.Иғтибарҙы һүрәткә йүнәлтеү.
- Магазинда кем эшләй?
- Кәштәлә нимәләр күрәһегеҙ?(Бал барлығын да иҫкә төшөрөп китеү кәрәк)Схема рәүешендә һөйләмдәр төҙөп һөйләтеү.Мәҫәлән;
Кәштәлә ….бар.(Слайдта, йә иһә плакатта бирергә мөмкин)
-Афарин, һүрәт өҫтөндә бик яҡшы эшләнегеҙ, ә хәҙер ошо белемдәребеҙҙе ҡуллапып 347-се күнегеү өҫтөндә эшләп алайыҡ.(Күнегеүҙе уҡып, телдән тәржемә итеү)
Бына аҙыҡ-түлек магазины. Ул бик бай. Бында икмәк тә, һөт аҙыҡтары ла һаталар. Әсәйем ҡара икмәк, аҡ ҡалас, май алды. Ул: «Һөт,ҡатыҡ, ҡаймаҡ өйҙә бар», -тине. Ә мин бер ҡап печенье, кәнфит һатып алдым.
-Бына был бала әсәһе менән магазиндан нимә алғанын белдек, ә һеҙ нимәләр алыр инегеҙ, әйҙәгеҙ был һорауға 351-се күнегеү(145-се бит)аша яуап бирәйек.
Мин Һин Ул Әсәй Атай Беҙ Улар Күрше |
баҙар баҡса ауыл ҡала магазин |
алма груша картуф кишер помидор еләк-емеш һуған ит |
һатып ал- алып ҡайт- алып кил- |
Бағаналағы һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөп дәфтәрҙәргә яҙып алыу.(Берәмләп таҡтаға сығып эшләргә мөмкин)
2. «Магазинда» уйынын уйнап алыу. Алған белемдәребеҙҙе ҡулланып, уйын уйнап алайыҡ.(Һатыусы билдәләнә, уҡыусылар һатып алыусылар була) Ошо уйындан алда магазинда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында әңгәмә ойоштороп алыу кәрәк.
VII. Өйгә эш яҙып алыу.
1)350-се күнегеү(Барыһы өсөн).Башҡорт балы хаҡында шиғырҙан өҙөктө яттан яҙырға әҙерләнеп килергә.
2)Башҡорт балы хаҡында мәғлүмәт алып килергә(Теләк буйынса)
3)Башҡорт телендә берәй рецепт яҙып килтерергә.(Теләк буйынса)
VIII. Йомғаҡлау.
Уҡыусылар, беҙ бөгөн ниндәй темаға һөйләштек? Ниндәй һүҙҙәрҙе иҫегеҙҙә ҡалдырҙығыҙ? Башҡорт балы хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ?
Ваҡыт ҡалһа: 145-се биттәге йомаҡтарҙы сисеү.
Мин әйтерһең, светофор;
Тәүҙә йәшелмен,
Шунан һарғаям,
Аҙаҡ ҡыҙарам
Үҙе шарҙай, эсе ҡандай, тәме балдай.
44. Тема: Сәй артында. Синонимдар.
Маҡсат: 1. Башҡорт телендә табын ҡороу өсөн кәрәк булған һүҙҙәрҙең атамаларын өйрәтеү.
2. Синонимдар, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
3. Табын артында үҙеңде тотоу тәртибе менән таныштырыу, итәғәтлелек, ҡунаҡсыллыҡ һыҙаттарын тәрбиәләү.
Йыһазлау: Темаға яраҡлы һүрәттәр: кәрзин йә иһә өҫтәл һүрәте. (Карточкалар.)
Дәрес барышы:
Иҫәнләшеү. Инеш әңгәмә.Карточка ярҙамында һауа торошон билдәләү.
Бөгөн уҡыусылар, беҙ алдағы дәрестә үткән аҙыҡ-түлек темаһын дауам итәбеҙ һәм бөгөнгө тема «Cәй артында» тип атала. Шулай уҡ башҡорт телендә синонимдар менән танышырбыҙ.
Миҫалдар килтереү.Һөйләмдәр төҙөтөп әйттереү.
2.Дәресебеҙҙең төп өлөшөнә күсәйек.Бының өсөн яңы һүҙҙәр менән танышырға кәрәк.
.Актив һүҙҙәр
Табын - застолье
Ҡунаҡ гость
Һый угощенье
Һыйлау угощать
Пассив һүҙҙәр (Иҫкә төшөрөү).
Самауыр, ҡалаҡ, сынаяҡ ,һөтлө, шәкәрле, эҫе, баллы. (тәржемә итеү).
V. Ял минуты. («Баҫ ултыр» уйынын уйнап алыу). Әгәр табынға ҡуйыла торған әйбер әйтелһә - баҫабыҙ, башҡа һүҙҙәргә ултырабыҙ.
- икмәк
- мәктәп
- бал
- май
- ағас Һ.б.
VI. Дәреслектә эш.
149-сы биттәге һүрәт өҫтөндә эш.
- Һүрәткә ҡарағыҙ , кемдәрҙе күрәһегеҙ?
- Әйҙәгеҙ ҡыҙға һәм өләсәһенә исем уйлайыҡ. Мәҫәлән Әлфиә өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән.
- Өҫтәлдә нимәләр күрәбеҙ? (берәмләп һөйләмдәр төҙөп әйтеп сығалар).
Өҫтәлдә ……. бар. (торт, сәк-сәк, алма).
- Һүрәт буйынса текст яҙып алыу.(топик)
Әҙер текст бирергә мөмкин;
Сәй артында.
______ауылға өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән.Һәр ваҡыттағыса ейәнсәре килеүгә өләсәй бик шат.Ул_____әҙерләгән.Өҫтәлгә _____,______,_____ҡуйылған.Өләсәйҙә бигерәк тә______,______,_____бик тәмле.Өләсәй ейәнсәрен бик______.Улар һөйләшә-һөйләшә _____эсәләр.
- Уҡып сығыу.
-Ҡунаҡта үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында әңгәмә ҡороу.
- “Дөрөҫмө-түгелме” уҡытыусы алыштырып һөйләмдәр әйтә, уҡыусылар дөрөҫмө-түгелме икәнен әйтә.Мәҫәлән;Әлфиә олатаһына ҡунаҡҡа килгән.һ.б.
VII. Уйын уйнау . Афарин, һүрәт буйынса бик яҡшы эшләнегеҙ, ә хәҙер уйын уйнап алайыҡ.
-Ә һин өҫтәлеңә (кәрзинеңә) нимә һалыр (ҡуйыр) инең?
- Берәмләп таҡтаға сығып, карточкаларҙа төшөрөлгән һүрәттәрҙең атамаһын әйтә баралар, өҫтәлдәренә (кәрзиндәренә) һала баралар. Кемдең өҫтәле(кәрзине) иң бай килеп сыҡты?
VIII. Өйгә эш.
а) Яҙып алған тексты һөйләргә әҙерләнеп килергә(Бөтәһе өсөн)
б) Меню төҙөргә.
в) биҙәп, һүрәтен төшөрөргә мөмкин
IX. Йомғаҡлау.